8 декабрь, Кесе йома

29 ноябрь 2013 йыл, 12:06

Төркиә инвесторҙары Өфөлә метробус маршруты һалырға тәҡдим итә

автор: Розалия Вәлиева

Төркиә инвесторҙары Өфөлә 23 километр оҙонлоғонда метробус маршруты һалырға планлаштыра, ул аэропорттан башланып Сельская Богородская урамына тиклем һуҙылырға тейеш, тип хәбәр итә Өфө хакимиәте матбуғат хеҙмәте.

Метробус проекты мэрияла төрөк компаниялары вәкилдәре менән ентекле тикшерелде. Осрашыуҙа «KAPİTALNET A.Ş.» (Истанбул)  финанс-инвестиция компанияһы генераль директоры Джошкун Акдениз, Yorum Construction компанияһы генераль директоры Имадеттин Топал, Мәскәүҙәге Yorum Construction компанияһының коммерция директоры Илькай Эрдоган, Төркиәнең Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр советының Өфөләге вәкиле Әхмәт Гекхан Эртекин ҡатнашты.

Сентябрҙә Төркиә эшҡыуарҙары Өфөлә метробус линиялары төҙөүҙе проектлау этабынан алып файҙаланыуға тапшырғанға һәм тиҙлекле автобустар һатып алғанға тиклем финансларға әҙер булыуҙары хаҡында белдерҙе. Әлеге ваҡытта Төркиә яғы «Метробус» муниципаль-шәхси партнерлыҡ проектын башлау буйынса заявка-тәҡдим әҙерләне, унда төп шарттар һәм йөкләмәләр телгә алына. Эшҡыуарҙар метробустың ике вариантын индерергә тәҡдим итә: бөгөн, атап әйткәндә, Истанбулда файҙаланылған һәм газ яғыулығында эшләгән классик төрө; икенсе вариант — электрогаз двигателе менән эшләгән яңы быуын метробусы. Ике вариант та 18 һәм 24 метр оҙонлоғонда үҙ-ара ҡушылған автобустарҙан ғибәрәт.

Проектты тормошҡа ашырыуҙың икенсе этабында маршруттың дөйөм оҙонлоғо 55 километрға тиклем артасаҡ. Өҫтәмә коридорҙарҙың урыны муниципалитет менән килешеп билдәләнәсәк.

Компания Истанбулда метробус линиялары төҙөү тәжрибәһенә эйә һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә был проектты Өфөлә ғәмәлгә ашырыу өсөн команда йыя аласаҡ. Джошкун Акдениз, бөтә конкурс процедураларын үткән осраҡта уның компанияһы проектты ике йылда бойомға ашыра аласаҡ, тип белдерҙе.

Төркиә инвесторҙары Ҡулса урамындағы 131-се йортта урынлашҡан бала табыу йортон киңәйтеү,  реконструкцилау һәм яңыртыу, Өфөлә бер балалар клиникаһы һәм биш яңы дөйөм клиника төҙөү кеүек проекттарҙа ҡатнашырға теләүен белдерҙе.  

Заявка-тәҡдимдәр билдәләнгән тәртиптә ҡараласаҡ, шунан һуң ғына Өфөлә берлектәге муниципаль-шәхси партнерлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тураһында ентекле һөйләшеү үткәреләсәк.