Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Константин Толкачев: «Өфө Ҡазандан йәше буйынса ғына ҡалыша»

Йәмғиәт

Өфө Ҡазандан тик йәше буйынса ғына ҡалыша, тине «Живой журнал»дағы үҙ сәхифәһендә халыҡ менән онлайн режимында аралашҡанда Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. Республика парламенты спикеры «Константин Борисович, ни өсөн беҙ һәр саҡ Ҡазан менән ярышабыҙ һәм һәр ваҡыт еңеләбеҙ?», тигән аноним һорауға яуап бирҙе.

— Әгәр һеҙ хоккейҙы күҙ уңында тотһағыҙ, беҙ йыш ҡына еңәбеҙ. Әгәр нимәләлер еңеләбеҙ икән, йәш айырмаһында ғыналыр, моғайын. Әйткәндәй, ҡазанлыларға Өфө бик оҡшай, улар ҙа шулай уҡ үҙ ҡалаһы власын тәнҡитләй. Ярыш виртуаль характерҙа, ул матдилаштырылмаған һәм «еңеүсе» тураһында мәсьәлә бәхәсле, — тип белдерҙе Константин Толкачев.

БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе блогерҙар менән кесе йома, 28 ноябрҙә, онлайн-әңгәмәләшеү үткәрҙе. Элемтә сеансы барышында 20 һорау килде һәм уларға яуаптар бирелде.

«Бөгөнгө аралашыуҙа ҡатнашыусыларға барыһына ла рәхмәт белдерәм. Бөтә һорауҙарға ла шунда уҡ яуап биреп булманы, барлыҡ һүрәтләнгән хәлдәрҙең айышына төшөнөргә тырышырбыҙ һәм тулы яуаптар бирербеҙ», — тип яҙған Константин Толкачев.

Республика парламенты спикерының бындай әңгәмәләшеү форматы элек тә уңышлы ҡулланылды. Шуға бәйле ул «ҡалған депутаттарҙы ла быға өйрәтергә» ниәтләүен белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть