9 декабрь, Йома

29 ноябрь 2013 йыл, 10:00

Депутаттар республиканың 2014-2016 йылдарға бюджетын раҫланы

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың пленар ултырышында парламентарийҙар «2014 йылға һәм  2015-2016 йылдар план осорона республика бюджеты тураһында» закон ҡабул итте. Был проект бер юлы икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде. Был мәсьәлә буйынса доклад менән Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитет рәйесе Рузалия Хисмәтуллина сығыш яһаны.

Закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡарағандан һуң индерелгән төҙәтмәләрҙе, беренсе сиратта, республикаға федераль бюджеттан керемдәр күләмен иҫәпкә алып, БР бюджетының яҡындағы өс йылға төп параметрҙары бер аҙ үҙгәртелде.

Индерелгән төҙәтмәләрҙе иҫәпкә алғанда, 2014 йылға табыш өлөшө 123,9 миллиард һум тәшкил итә, сығым — 138,9 миллиард һум, дефицит 15 миллиард һумға тигеҙ, был алдағы редакциянан 3 миллиард һумға кәмерәк. 2015 йылда табыштар күләме 124,4 млрд һум күләмендә планлаштырылған, сығымдар — 137,4 млрд, дефицит, 1 млрд һумға кәметелеп. 13 млрд һум тәшкил итәсәк. 2016 йылға табыштар 134,3 млрд һум тип билдәләнгән, сығымдар — 143,3 млрд, дефицит 9 млрд кимәлендә һаҡланасаҡ.

Төбәк Хөкүмәте тарафынан индерелгән икенсе төҙәтмәләр төркөмө БР Хөкүмәте тарафынан дәүләт программаларын раҫлау һәм үҙгәртеү буйынса ҡайһы бер норматив-хоҡуҡ акттары ҡабул итеү, шулай уҡ дөйөм күләмен үҙгәртмәйенсә, бюджет сығымдарының функциональ, маҡсат һәм ведомство структураһына тейешле төҙәтмәләр индереү менән бәйләнгән. Законда 21 дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға средстволар ҡаралған.  

Өсөнсө төҙәтмәләр төркөмө айырым норматив-хоҡуҡ акттары ҡабул итеүгә бәйләнгән, уларға ярашлы коммерция булмаған ойошмалар, субсидия алыусылар исемлеге раҫланған. Бында субсидияларҙың дөйөм күләме үҙгәрмәй.