4 декабрь, Йәкшәмбе

28 ноябрь 2013 йыл, 18:10

Башҡортостан Рәсәйҙең урмандарҙы һаҡлау эшен иң яҡшы яҡтыртҡан төбәктәре иҫәбендә

автор: Галина Бахшиева | фото: Михаил Миронов

Башҡортостан делегацияһы РФ субъекттары Урман хужалығы департаменттарының һәм башҡарма власть органдарының урман мөнәсәбәттәре өлкәһендә йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгестәренең Анапала үткән II Бөтә Рәсәй уҡыу-методика семинарында ҡатнаша. Форум 29 ноябрҙә тамамлана.

Краснодар крайына семинарҙа ҡатнашырға илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән 90-лап кеше килде, тип хәбәр ителә Рәсәй Урман хужалығы сайтында.

Улар киң мәғлүмәт саралары һәм халыҡ менән эшләү буйынса төбәк проекттары әҙерләү тәжрибәһе менән уртаҡлаша, төрлө тренингтарҙа, эш уйындарында ҡатнаша, «урман» тематикаһын яҡтыртыу мәсьәләләрендә мәғлүмәт агентлыҡтары менән эшләү спецификаһын өйрәнә.

Семинарҙы асып, Федераль урман хужалығы агентлығының киң мәғлүмәт саралары менән эшләү бүлеге етәксеһе Владимир Дмитриев 2013 йылдағы мәғлүмәт эшенә йомғаҡ яһаны һәм киләһе, 2014 йылға бурыстар билдәләне.

Владимир Дмитриев Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы, республика Президенты хакимиәте матбуғат хеҙмәттәренең эшен һәм, ғөмүмән, йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеген ыңғай баһаланы.

Семинарҙа билдәләнеүенсә, Башҡортостан — Рәсәйҙең урмандарҙы һаҡлау, үрсетеү өлкәһендә республика эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса аныҡ эш юлға һалынған иң яҡшы төбәктәре иҫәбендә.  

— Мин Рәсәй урман хужалығының йәмәғәтселек менән аралашыуҙың яңы ысулдарын әүҙем индереүен дауам итеүенә бик шатмын. Беҙ уртаҡ проблемаларыбыҙ һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында һөйләшә алдыҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айбулат Ғәйнуллин.