4 декабрь, Йәкшәмбе

28 ноябрь 2013 йыл, 16:46

Социаль торлаҡҡа сиратҡа тороуға Төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙам итәсәк

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Республикаһының Төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталында яңы хеҙмәт асылды — «Торлаҡҡа мохтаж булыусылар сифатында граждандарҙы иҫәпкә алыу», тип хәбәр иттеләр БР Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.

Билдәләнгән тәртиптә торлаҡҡа мохтаж булыусылар тип танылған граждандарға муниципаль торлаҡ фондынан фатир бирелә. Иҫәпкә тороу өсөн Төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлергә һәм «шәхси кабинетта» бер нисә ябай ғәмәл башҡарып, хеҙмәткә заказ бирергә кәрәк. Ғәмәлдәр алгоритмы БР Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлыҡ сайтында ентекле яҙылған.