8 декабрь, Кесе йома

28 ноябрь 2013 йыл, 16:01

Баш ҡалала «Бухгалтер-профессионал-2013» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр

автор: Людмила Кузьмина

Өфөлә «Бухгалтер-профессионал-2013» IV асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Уны Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль казначейство идаралығы, «Өфө эшҡыуарҙары союзы» коммерция булмаған партнерлыҡ һәм «Респект» хоҡуҡ компанияһы ойошторҙо.

Бүләкләү тантанаһы Федераль казначейство идаралығы бинаһында үтте. Конкурста ҡатнашыусылар «Бухгалтер иҫәбе» һәм «Һалым һалыу» номинацияларында еңгән өсөн наградалар алды.

«Бухгалтер иҫәбе» номинацияһында беренсе урынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 103-сө янғынға ҡаршы хеҙмәт идаралығының финанс-иҡтисад бүлеге начальнигы, баш бухгалтер Флүрә Танһыҡҡужина яуланы. Икенсе урынға Яңауыл районы хакимиәтенең баш бухгалтеры Рушания Миниәхмәтова лайыҡ булды. Өсөнсө урынды Ишембай районы муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының үҙәк бухгалтерияһы бухгалтеры Лина Нәсибуллина яуланы.

«Һалым һалыу» номинацияһында беренсе урын «Башбакалея» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (Өфө) баш бухгалтер урынбаҫары Гөлфиә Ғәлиеваға бирелде. Ул шулай уҡ балдар иҫәбе буйынса «Бухгалтер-профессионал-2013» конкурсының абсолют еңеүсеһе булды һәм Гран-при яуланы.  Икенсе урын «Мәктәп һәм балалар туҡланыу үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһының (Өфө) баш бухгалтеры Ирина Красноваға тейҙе. Өсөнсө урында – «Иҫәп-хисап сервис үҙәге» яуаплығы сикләнгән йәмғиәтенең баш бухгалтеры Зилә Хафизова.

Конкурсты ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, быйыл өҫтәмә «Отчетлылыҡ виртуозы», «Креатив ҡараш», «Уңышлы хеҙмәттәшлек» һәм башҡа өҫтәмә номинациялар булдырылды. Махсус бүләктәрҙе бағыусылар тапшырҙы.

Проект етәксеһе Ҡәҙриә Ғәйнетдинова билдәләүенсә, конкурс унда ҡатнашыусылар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә: ул белгестәрҙең бухгалтер иҫәбе һәм отчетлылыҡ өлкәһендә профессиональ оҫталыҡтарын үҫтереүгә һәм эш сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн шарттар булдыра.