8 декабрь, Кесе йома

28 ноябрь 2013 йыл, 14:00

Башҡортостанда сәсеү-2014-кә әҙерлек башланды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан аграрийҙары ремонтлау миҙгелен башланы, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. 2014 йылғы яҙғы сәсеү эштәренә үҙ ваҡытында һәм сифатлы әҙерләнеү өсөн БР Хөкүмәтенең тейешле бойороғо сыҡты, унда техниканың төп төрҙәрен әҙерләү срогы һәм ремонтлау графигы билдәләнгән.

Ҡабул ителгән бойороҡҡа ярашлы, яҙғы сәсеү эштәрендә ҡатнашасаҡ техниканы 1 апрелгә тиклем әҙерләргә кәрәк. 1-15 июнгә тиклем урып йыйыу техникаһы тулыһынса йүнәтелеп бөтөрөлөргә тейеш.

БР Ауыл хужалығы министрлығының агросәнәғәт комплексы тармаҡтарында механикалаштырыу, электрлаштырыу һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге начальнигы Павел Иофинов әйтеүенсә, миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен башлағанға тиклем республикала 9 меңдән ашыу тракторҙы, 2,4 мең иген йыйыу комбайнын, 600 үҙйөрөшлө мал аҙығы йыйыу һәм 100-ҙән ашыу сөгөлдөр йыйыу комбайнын ремонтларға кәрәк.

Бының өсөн районда махсус бригадалар ойошторола, саралар планы эшләнә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер райондар 2014 йылдың 1 ғинуарына тиклем сәсеү һәм тупраҡ эшкәртеү машиналарын әҙерләп бөтәсәк.

Аграр ведомствола әйтеүҙәренсә, былтыр республикала бер нисә ремонт предприятиеһы ингән производство берләшмәһе ойошторолған. Уларҙың һәр береһе иген йыйыу комбайндары узелдарын һәм агрегаттарын ремонтлау һәм яңыртыу өлкәһендә ниндәй ҙә булһа йүнәлеш буйынса махсуслаша.