11 декабрь, Йәкшәмбе

28 ноябрь 2013 йыл, 12:53

Өфөлә Лилиә Ғүмәрова Никас Сафроновтың күргәҙмәһен асты

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

БР Милли музейында күренекле Мәскәү рәссамы Никас Сафроновтың шәхси күргәҙмәһе презентацияһы үтте, унда 80 рәсем һәм график эштәре тәҡдим ителде. Асыу тантанаһында БР Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин рәссамды уңышы менән ҡотланы: 7 ноябрҙә асылған күргәҙмәне үткән шәмбелә 747 кеше ҡараны.

— Беҙҙең өсөн бөгөнгө сара бик мөһим, сөнки 2014 йыл Рәсәйҙә һәм республикала Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде, — тине республика премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Башҡа субъекттарға ҡарағанда, беҙ киләһе йылға ныҡлы әҙерлек менән аяҡ баҫабыҙ, тип иҫәпләйем, сөнки бер йыл элек Президенттың Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтендә күп положениелар мәҙәниәт мәсьәләләренә ҡағылды. Һәм был буш һүҙҙәр түгел. Мәҫәлән, ижади коллективтар үҙҙәренең ижади пландарын тормошҡа ашырыуға 100 миллион һумлыҡ грант алды. Күргәҙмә презентацияһы алдынан Никас хореография училищеһы уҡыусылары менән осрашты. Унда бөйөк бейеүсе һәм яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевтың портретын эшләү уйы тыуҙы.

Вице-премьер Никас Сафроновтың йәмәғәт эшмәкәрлеген юғары баһаланы: ул үҙенең тыуған Ульяновск, Димитровград ҡалаларында сәнғәт мәктәптәре кураторы.

— Бик йылы ҡала, матур кешеләр. Ҡала бай һәм етеш тормошло булыуы күренеп тора. Кешеләр киләсәккә ышаныс менән ҡарай, бөтәһе лә бер-береһе менән таныш кеүек, —  тине яңы танышыуҙарҙан үҙ тәьҫораттары менән бүлешеп рәссам. — Минең күргәҙмәм шундай иҫ киткес урында ойошторолоуына һәм һүрәттәрем тарихи яҡтан әһәмиәтле бүлмәлә ҡуйылыуына үтә рәхмәтлемен. Был минең өсөн ҙур хөрмәт. Өфөгә мин беренсе тапҡыр киләм, әммә тағы ла киләсәкмен. Икенсе, тематик күргәҙмә эшләргә йыйынам. Пландар һәм перспективалар ҙур. Бында мине ихлас ҡаршы алыуҙарына, сәнғәт, ижад аша уртаҡ тел таба алыуыбыҙға бик шатмын.

— Бик күп билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Көнбайышҡа ҡарай, ул яҡҡа сығырға тырыша. Бөгөн һеҙ бында, Рәсәй халҡына, килеүегеҙ икеләтә ҡыуаныслы, — тип билдәләне БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. — Мәҙәниәт йылында ла һеҙҙең менән осрашырбыҙ, тип ышанам.

темалар: күргәҙмәләр