11 декабрь, Йәкшәмбе

28 ноябрь 2013 йыл, 11:26

Рөстәм Хәмитов ГФР-ҙың Екатеринбургтағы Генконсулы Андреас Классен менән осрашты

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Германия Федератив Республикаһының Екатеринбургтағы Генераль консулы Андреас Классен менән осрашты.

— Германия менән Башҡортостан Республикаһы бизнесы араһындағы бәйләнештәр киңәйә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең республикаға Германияның  рәсми делегациялары, эшлекле даирәләр вәкилдәре йыш килә. Апрелдә Башҡортостанда Германияның Рәсәйҙәге илсеһе Ульрих Бранденбург булып китте. Уҙған аҙнала мин «Сименс» һәм «Эберспехер» компаниялары вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр алып барҙым. Бөтә республика халҡы кеүек, мин дә Өфөлә сервис-виза үҙәге асылыуына бик тә ҡәнәғәтмен. Был бөтә процедураларҙы күпкә ябайлаштырасаҡ һәм, әлбиттә, граждандарыбыҙҙың виза алыуын тиҙләтәсәк.

Президент менән осрашҡандан һуң ГФР-ҙың Екатеринбургтағы Генконсулы журналистар менән үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

— Мин Башҡортостанда тәүге тапҡырмын, Рәсәйҙә эшләй башлауыма алты ай самаһы, — тине Классен әфәнде. — Республика Президенты менән иҡтисади хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙек, Өфөлә ГФР-ҙың сервис-виза үҙәген асыу тураһында һөйләштек, был да үҙ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлекте яҡшыртыуға һәм киңәйтеүгә үҙ өлөшөн индерер, тип ышанам.  

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан территорияһында немец капиталы ҡатнашлығында компаниялар эшләй, берлектәге предприятиелар бар. Башҡортостандың Германия менән тышҡы сауҙа әйләнеше 2013 йылдың туғыҙ айында 166 миллион доллар тәшкил итте, шул иҫәптән экспорт – 15 миллион, импорт – 151 миллион доллар.