5 декабрь, Дүшәмбе

28 ноябрь 2013 йыл, 9:28

Рәсәй төбәктәренең ҡышҡа әҙерлек мәсьәләһе буйынса селектор кәңәшмәһе

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

27 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы субъекттарының 2013-2014 йылдарҙың көҙгө-ҡышҡы осорона әҙерлек мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты, тип хәбәр итә БР Президенты матбуғат хеҙмәте. Видеоконференция режимында кәңәшмәне Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.

Ҡышҡылыҡҡа 2,5 миллиард квадрат метр торлаҡты әҙерләргә кәрәк ине.

— Уртаса ил буйынса план үтәлде, әммә тулыһынса үтәмәгән төбәктәр бар – былар Тыва, Бурятия, Коми, Тверь һәм Калининград  өлкәләре. Был хәлде төҙәтергә кәрәк, — тине Хөкүмәт Рәйесе.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан ҡышҡылыҡҡа әҙерлек сифаты буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында дүртенсе урынды яуланы. Рейтингты төҙөүсе — РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы — Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек һәм уны үткәреү мониторингы йомғаҡтары буйынса баһаланы.