3 декабрь, Шәмбе

27 ноябрь 2013 йыл, 18:04

Башҡортостандан ғалим Рәсәй политологтар йәмғиәте составына инде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡорт дәүләт университетының политология кафедраһы мөдире, сәйәси фәндәр докторы, юридик фәндәр кандидаты, профессор Вадим Гайдук хәҙер Рәсәй политологтар йәмғиәтендә төбәк исеменән сығыш яһаясаҡ. М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында Рәсәй политологтар йәмғиәтенең ойоштороу съезы үтте. Яңы ойошма белгестәрҙең сәйәсәт өлкәһендә үҙ-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеген тәьмин итергә тейеш.

— Ил ватан политологтарын концептуаль туплауға, уларҙың системалы фәнни-кадрҙар күсәгилешлегенә мохтаж, — тип иҫәпләй Вадим Гайдук. — Федераль Үҙәктә һәм Рәсәй төбәктәрендә барған сәйәси процестар эксперт һәм фәнни политологик баһалау һәм мониторинг талап итә.

Башҡортостан ғалимы фекеренсә, ил етәкселеге ҡурсалауында Рәсәй политологтары берләшмәһен ойоштороу уларҙың профессиональ статусын һәм политологтарға талапты күтәрәсәк.

Хәҙер дәүләт һәм йәмәғәт структуралары үҙ сәйәси имиджын “күрһәтеү” йәки сәйәсәт өлкәһендә дөрөҫ мәғлүмәт алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген беләсәк. Политологтарға талап артасаҡ.

Шул уҡ ваҡытта Вадим Гайдук, «яңы «заказдар» артынан ҡыуып политологтар «сәйәси уйындарға» йәлеп ителеүе ихтимал, ул саҡта дөрөҫлөк һәм ысынбарлыҡ менән бәйләнеште юғалтасаҡтар» тип борсола.

Ойоштороу съезында илдең 50-нән ашыу субъекты вәкилдәре Рәсәй политологтар йәмғиәтенең Уставын ҡабул итте. Йәмғиәттең етәксе органдары ойошторолдо, шулай уҡ төҙөлгән берләшмәнең Совет һәм Президиум ағзалары һайланды. Президиум составына М.В.Ломоносов исемендәге МДУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Виктор Садовничий, МГИМО ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Анатолий Торкунов, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Евгений Примаков, Рәсәй Фәндәр академияһының Ижтимағи фәндәр буйынса фәнни мәғлүмәт институты директоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Юрий Пивоваров, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты, М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты  политология факультетының дәүләт сәйәсәте кафедраһы мөдире Владимир Якунин, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Федор Бурлацкий, Санкт-Петербург дәүләт университетының политология факультеты деканы Станислав Еремеев, философия фәндәре докторы Александр Капто һәм М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының политология факультеты деканы Андрей Шутов инде.

Рәсәй политологтары берләшмәһенең беренсе съезы 2014 йылдың июненә билдәләнде. Унда ойошманың рәйесе һайланасаҡ һәм эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса проекттар тәҡдим ителәсәк.