Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә производствола имгәнеү осраҡтары һаны кәмей

Хәл-ваҡиғалар

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда  производствола ауыр имгәнеүселәр һаны  39-ға кәмегән һәм 129 хеҙмәткәр тәшкил иткән. Производствола төркөмләп  (2 һәм унан күберәк кеше) бәхетһеҙлеккә тарыусылар һаны ла кәмене. Мәҫәлән, быйыл ғинуар-октябрҙә 34 булһа, былтыр — 38.

Производствола һәләк булыусылар һаны 2013 йылдың 10 айында былтырғы ошо уҡ осор кимәлендә ҡалды — 67 кеше.

БР-ҙа Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Андрей Цибизов, әгәр эш биреүселәр генә түгел, эшселәр үҙҙәре лә эштәр башҡарғанда хәүефһеҙлек техникаһын күҙәтһә, производствола имгәнеү осраҡтары кәмерәк булыр ине, тип билдәләне.  

— Уҙған айҙа дүрт хеҙмәткәр әйләнеүсе частар менән ҡорамалда эшләгәндә ҡулын имгәтте. Был һәм ошондай бәхетһеҙлек осраҡтарын тикшереү һөҙөмтәләре бындай хәлдә технологик процесты боҙоу кеүек факторҙар урын алыуын күрһәтте, — тине Андрей Цибизов.

— Эшселәрҙең имгәнеүенә килтергән хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә төрлө ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн йыл башынан алып 147 вазифалы кеше һәм 13 юридик хеҙмәткәр административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.  Ә хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә төрлө ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн дәүләт хеҙмәт инспекторҙары һәм прокурорҙар тарафынан ҡуҙғатылған эштәр буйынса  878 эш биреүсегә һәм уларҙың етәкселәренә бөтәһе дүрт миллион һумға яҡын штраф һалынды, — тип хәбәр итте БР-ҙа Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының бүлек начальнигы Ирина Свинтицкая.

Бәхетһеҙлек осраҡтарын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ғәйеплеләрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырыу  мәсьәләһен хәл итеү өсөн 197 материал хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелде.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть