6 декабрь, Шишәмбе

27 ноябрь 2013 йыл, 14:12

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуғҙың 25 йыллығына арналған батырлыҡ дәресе үткәрелде

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөнөң 46-сы лицейында совет ғәскәрҙәрен Афғанстан Республикаһынан сығарыуҙың 25 йыллығына арналған батырлыҡ дәресе үткәрелде. 9-10-сы синыф уҡыусылары менән Дәүләт Думаһы депутаты, запастағы полковник Иршат Фәхретдинов, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар Рафаэль Исхаҡов, Хәтиб Богданов осрашты. Ҡунаҡтар лицеистарға афған һуғышы тураһында һөйләне, төрлө һорауҙарға яуаптар бирҙе.

Балалар һуғыш хәрәкәттәре үҙенсәлектәре, совет һалдаттарының туҡланыу һәм көнкүреш шарттары, Афғанстан граждандарының Советтар Союзына мөнәсәбәте менән ҡыҙыҡһынды. Уҡыусылар СССР Афғанстандың иҡтисадын нығытыуҙа ниндәй ярҙам күрһәтеүе хаҡында һораны, шулай уҡ Дәүләт Думаһының закондар сығарыу эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Бөтә һорауҙарға уҡыусылар тулы яуап алды.

— Бөгөн 1979 йылда Афғанстанға совет ғәскәрҙәрен индереү кәрәк булыу-булмауы буйынса төрлө фекерҙәр яңғырай. Һуғыш хәрәкәттәрендә мин үҙем ҡатнаштым һәм, реакцион көстәргә ҡаршы һуғышыу ғына түгел, илебеҙ мәктәптәр, юлдар төҙөүен, агитаторҙар урындағы халыҡ араһында ҙур аңлатыу эше алып барыуын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Афғанстан үҫеште, халыҡтың көнкүреше яҡшырҙы. 2011 йылдың яҙында Дәүләт Думаһы делегацияһы составында мин Афғанстанда булдым, республика етәкселәре менән осраштым, улар күрһәткән ярҙам өсөн рәхмәт әйтә һәм Рәсәй Федерацияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Беҙ Ватаныбыҙҙан ситтә хәрби бурысын үтәгән рәсәйлеләр хаҡында онотмаҫҡа тейешбеҙ, — тине Иршат Фәхретдинов.

Лицей директоры вазифаһын башҡарыусы Альбина Әхмәтнурова педагогик коллектив һәм уҡыусылар исеменән йөкмәткеле осрашыу өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул, һис шикһеҙ, йәштәргә патриотик һәм рухи-әхләҡи тәрбиә биреүҙә ҙур роль уйнаясаҡ.