Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Поезға билет алыу өсөн өҫтәмә шәхси мәғлүмәттәрҙе күрһәтеү талап ителәсәк

Йәмғиәт

1 декабрҙән алыҫ араға йөрөүсе поезға билет алыу өсөн өҫтәмә шәхси мәғлүмәттәр — тыуыу датаһын һәм урынын күрһәтеү талап ителәсәк, тип хәбәр ителә Куйбышев тимер юлы сайтында.

2007 йылдың 9 февралендәге «Транспорт хәүефһеҙлеге тураһында»ғы 16-ФЗ Федераль закон һәм Рәсәй Транспорт министрлығының  2012 йылдың 19 июлендәге 243-сө приказы талабы көскә инә, уға ярашлы алыҫ араға йөрөүсе поезға билет алыусы пассажирҙар тыуыу датаһы һәм урыны тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш.

Шулай итеп, 2013 йылдың 1 декабренән билет алыу өсөн пассажирҙың фамилияһы, исеме, атаһының исеме, уның тыуыу датаһы һәм урыны, шәхесте раҫлаусы документ төрө һәм номеры талап ителәсәк.  

Әммә өҫтәмә индерелгән мәғлүмәттәр йөрөү документы бланкаһында сағылдырылмаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть