6 декабрь, Шишәмбе

27 ноябрь 2013 йыл, 12:42

Мәғариф министрлығына уҡыу йорттарын тамамлаусылар тураһында мәғлүмәт порталы булдырырға тәҡдим ителде

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың Мәғариф министрлығына, һынап ҡарау өсөн майҙансыҡ сифатында «Стартҡа хоҡуҡ» йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу электрон системаһы» проектын файҙаланып, юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар тураһында Берҙәм мәғлүмәт порталы булдырырға тәҡдим ителде.

Республика Мәғариф министрлығы адресына бындай тәҡдимде Республика өс яҡлы комиссияһы ултырышында Башҡорт дәүләт университетының уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү төбәк үҙәге мөдире Айбулат Хөсәйенов индерҙе.  

БР Хөкүмәте вице-премьеры Лилиә Ғүмәрова, үҙ сиратында, урта һәм башланғыс белем биреү учреждениелары базаһында эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү буйынса ошондай уҡ ресурс үҙәге ойошторорға тәҡдим итте.  

Бынан тыш, Республика өс яҡлы комиссияһы ултырышында республикала йәштәр хеҙмәт баҙары проблемалары буйынса даими (йылына бер тапҡыр) фәнни тикшеренеүҙәр үткәреүҙе ойошторорға тәҡдим ителде.

Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов ултырышта хәбәр итеүенсә, һуңғы йылдарҙа республикала мәктәпте тамамлаусылар һаны аҙая барыуы күҙәтелә. Мәҫәлән быйыл төбәктә 11-се синыф уҡыусылары ике меңгә тиерлек кәмене.

Һәм был кире тенденция, министр фекеренсә, йылдан-йыл тәрәнәйә барасаҡ.

Бөгөн юғары әҙерлек кимәлендәге белгестәр республиканан ситкә китеүен иҫәпкә алып, уларҙы кире ҡайтарыу һәм  потенциалын үҙебеҙҙең тыуған илдә ҡулланыу буйынса программа эшкәртергә кәрәк.  

— Мәҫәлән, уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң тәүге тапҡыр эшкә барған йәш белгестәргә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күрһәтеү, уларҙың тариф ставкаларына һәм эш хаҡтарына дәртләндергес коэффициенттар өҫтәү йәш белгестәрҙе кире ҡайтарыу өсөн  стимуллаштырыу сараһы булып тора алыр ине. Бынан тыш, уҡыу осоронда эш биреүселәр профессиональ белем биреү учреждениелары студенттары һәм уҡыусылары өсөн исемле стипендиялар булдыра ала, — тип иҫәпләй Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Николай Солодовников.