8 декабрь, Кесе йома

27 ноябрь 2013 йыл, 11:36

Стәрлетамаҡта республика Кейекбай уҡыуҙары үтте

автор: Арина Рәхимҡолова

Стәрлетамаҡта 3-сө гимназияла халыҡ-ара Туған тел, яҙма һәм мәҙәниәт көнөнә арналған «Кейекбай уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Форум Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән раҫланған «2012 – 2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү» республика маҡсатлы программаһына ярашлы үткәрелде.

Конференцияны үткәреү урыны осраҡлы ғына һайланманы — 3-сө гимназия  форум инициаторы булып тора һәм Йәлил Кейекбаев исемен йөрөтә. Мәктәп музейында танылған ғалим һәм педагогтың тормошо һәм ижады тураһында бай материал тупланған. Гимназия уҡытыусылары уның эшен уңышлы дауам итә.  

Конференцияны асыу тантанаһында Стәрлетамаҡ хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлнур Илмәтова Йәлил Кейекбаевтың тормошо тураһында һөйләне. Ул башҡорт тел ғилемен һәм тюркологияны үҫтереүгә ҙур өлөш индергән күренекле ғалим-тел белгесе,  теоретик булды, тип билдәләне үҙ сығышында Гөлнур Илмәтова.

Кейекбай уҡыуҙарында ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта бара. Быйыл форумға республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан, шулай уҡ Яр Саллыһы ҡалаһынан (Татарстан Республикаһы) 250-нән ашыу вәкил килде.

Ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыу өсөн 384 уҡыусы һәм студенттың, 149 педагог һәм методистың эштәре тәҡдим ителде. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыларынан торған квалификациялы комиссия Башҡортостандың 40 район һәм ҡалаһынан һәм Татарстандан 160 уҡыусының, 47 уҡытыусы һәм методистың эшен ентекле ҡарап һайлап алды. Иң яҡшы эштәрҙе материалдар йыйынтығына берләштереп, конференцияла ҡатнашыусыларға тәҡдим ителде.

Уҡыусылар өсөн конференция эше 10 секцияла ойошторолдо, ә уҡытыусылар һәм методистар өсөн — ике түңәрәк өҫтәлдә. Секциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу өсөн Башҡорт дәүләт университеты һәм ӨДНТУ филиалдарынан, шулай уҡ Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжынан ғалимдар, методистар һәм уҡытыусылар саҡырылды.