Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт дөүлөт медуниверситеты студенттары Бөтә Рәсәй олимпиадаһында беренсе урын яуланы

Йәмғиәт

Башҡорт дәүдәт медицина университеты командаһы нормаль физиология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында беренсе урын яуланы. Форум беренсе тапҡыр И.М.Сеченов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина университеты базаһында үтте һәм Рәсәй Медицина фәндәре академияһы академигы Константин Судаков иҫтәлегенә арналды. Олимпиадала Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 24 команда ҡатнашты.  

БДМУ командаһы исеменән педиатрия факультетының 3-сө курс студенттары Валерий Сахаров, Елена Каширина, Мария Киселева, Айгөл Кәрәҙбаева сығыш яһаны.

Олимпиаданың бөтә этаптарында балдар суммаһы буйынса БДМУ командаһы беренсе урын яуланы һәм алтын баҡа менән бүләкләнде.

— Бындай олимпиадалар үткәреү төрлө төбәктәрҙән студенттарға белем менән алмашыу мөмкинлеге биреп кенә ҡалмай, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары араһында аралашыуҙы юлға һалыуға булышлыҡ итә, — тип билдәләне БДМУ ректоры, республика парламенты депутаты Валентин Павлов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть