10 декабрь, Шәмбе

27 ноябрь 2013 йыл, 10:00

Фәнни интернет-портал булдырылды

автор: «Башинформ»

БР Хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостанда «Башҡортостан Республикаһының фәнни потенциалы» мәғлүмәт-аналитика порталы булдырылды. Яңы интернет-ресурс фән өлкәһендә мәғлүмәтләштереүҙе үҫтереүгә, электрон белем биреү сервистары ойоштороуға булышлыҡ итәсәк.

Башҡортостандың Фәндәр академияһына портал операторы функциялары йөкмәтелде. Проектты финанслауға бюджеттан, шулай бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан аҡса бүленәсәк.

Республиканың башҡарма власть органдарына БР Фәндәр академияһына порталды мәғлүмәттәр менән тулыландырыуҙа ярҙам итергә ҡушылды.