11 декабрь, Йәкшәмбе

26 ноябрь 2013 йыл, 16:33

Башҡортостандың иң өлкән рус яҙыусыһы Степан Злобин премияһы лауреаты булды

автор: Игорь Савельев

Республика Яҙыусылар союзы идараһында    совет классигы, данлыҡлы «Салауат Юлаев» романы авторы Степан Злобиндың 110 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы кисә үтте. БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғонов һәм союздың рус яҙыусылары берләшмәһе башлығы Юрий Горюхин йыйылыусыларға 2013 йылдағы  Степан Злобин исемендәге  премия лауреаты исемен иғлан иттеләр. Ул Белорет районында йәшәүсе, Бөйөк ватан һуғышы ветераны, республиканың иң оло рус яҙыусыһы Игорь Максимов. Майҙа уға 92 йәш тулды.

Лауреат Өфөлә тантаналы сарала ҡатнаша алманы, әммә Юрий Горюхин әйтеүенсә, әҙәбиәт ветераны әүҙем эшләүен дауам итә, «Бельские просторы» журналында әҫәрҙәрен баҫтыра, уны уҡыусылар һәм тәнҡитселәр юғары баһалай. Күптән түгел журналда Максимовтың фронт көндәлектәре баҫылды, һуғыш йылдарында ул капитан, «Катюшалар» батареяһы командиры була, хөкүмәт наградалары бар. Игорь Павлович, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яҙышыуын ғына дауам итмәй, ауылда үҙ аллы донъя көтә.

Игорь Максимовтың кандидатураһы премияға дүрт дәғүәсе араһынан һайлап алынды. Улар – Нина Зимина, Игорь Фролов һәм Светлана Чураева.

Степан Злобин исемендәге премия 1996 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан, положениела әйтелгәнсә  «рус телендә яҙған һәм Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәгән әҙәбиәтселәрҙе дәртләндереү өсөн» булдырыла. Төрлө йылдарҙа Роберт Паль, Александр Филиппов, Марсель Ғәфүров, Рим Ахмедов, Морат Рәхимҡолов һәм башҡа абруйлы яҙыусылар премия лауреаттары булды.