10 декабрь, Шәмбе

26 ноябрь 2013 йыл, 18:00

Республика баш ҡалаһында «Шәжәрә байрамы» конкурсы үтте

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр араһында «Шәжәрә байрамы» конкурсы үтте. Уны Өфө хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы, ҡаланың Орджоникидзе районы хакимиәте, райондың Башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты ойошторҙо. Конкурстың маҡсаты – Башҡортостан халыҡтарының милли традицияларын һаҡлау, пропагандалау һәм үҫтереү, шулай уҡ милли үҙаңды үҫтереү, үҙеңдең бәләкәй ватаныңа ватансылыҡ мөнәсәбәте тәрбиәләү.

Баш ҡаланың Орджоникидзе районында «Шәжәрә байрамы» беренсе йыл ғына үткәрелмәй, унда үҙ ғаилә шәжәрәләре менән башҡорттар вәкилдәре генә түгел, башҡа милләттәр ҙә ҡатнаша.

Конкурс ике этапта үтте. Ситтән һайлап алыу туры райондың барлыҡ белем биреү, шул иҫәптән, башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларында һәм үҫмерҙәр клубында уҙҙы. Уның йомғаҡтары буйынса финалсылар билдәләнде, тап улар үҙҙәренең ырыу тарихын «Новатор» Балалар ижады йортонда тәҡдим итте.

Билдәле фольклорсы һәм йырсы, Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Розалия Солтангәрәева байрамдың абруйлы ҡунағы булды. Уның әйтеүенсә, хәҙерге әхләҡи һәм рухи кризис осоронда бындай саралар үткәреү бик мөһим. Ойоштороусыларҙың, тәү сиратта Орджоникидзе районының Башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Мәрфүғә Мостафинаның, аҡыллы эш итеүе һөҙөмтәһендә шәжәрә байрамы йәнле, ихлас килеп сыҡты.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре менән жюри ағзалары танышты. Һәр ҡатнашыусы үҙенең  ата-бабалары, ғаилә йолалары тураһында һөйләне, фотографиялар һәм ғаилә ҡомартҡыларын күрһәтте.

Конкурс йомғаҡтары буйынса төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Шәжәрәне ентекле өйрәнгәне өсөн Резеда Дәүләтйәнова (155-се һөнәри лицей) бүләкләнде. Ғаилә йолаларын һаҡлаған һәм үҫтергән өсөн – Айгөл Нафиҡова (26-сы балалар баҡсаһы), иң тәрән тамырлы шәжәрә өсөн – Илсур Әминев (Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы).

Шәжәрәне үҙенсәлекле биҙәгән һәм ижади ҡараш өсөн награданы – Дилара Ханмырҙина (27-се балалар баҡсаһы), шәжәрәне төҙөгәндә ғаилә ҡомартҡыларын ҡулланған өсөн Терещенко ғаиләһе  («Диалог» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн клубтар берләшмәһе) алды.

Еңеүселәрҙе Мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәге, «Новатор» Балалар ижады йорто, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы һәм «Дуҫлыҡ» Мәҙәниәт һарайы (Иҫке Турбаслы ҡасабаһы) ижади коллективтары әҙерләгән тантаналы концерт барышында бүләкләнеләр, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.