4 декабрь, Йәкшәмбе

26 ноябрь 2013 йыл, 17:34

БР мосолмандар Диниә назараты рәйесе һайланды

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан мөфтөйҙәре яҡындағы биш йылға перспективаларҙы билдәләне. Өфөлә Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының VII отчет-һайлау съезы үтте, унда БР мосолмандар Диниә назараты рәйесе итеп ҡайтанан Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин һайланды. Ул республика мөфтиәте етәксеһе вазифаһын тағы биш йыл биләйәсәк.

Съезда мосолман ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары һәм БР дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашты.

Йыйылыусылар алдында БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Рөстәм Мәрҙәнов, Рәсәй Мөфтөйҙәр советы рәйесе Рауил Ғәйнетдинов, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Мөхәммәт Тажетдинов, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, республика мөфтөйҙәре, башҡа конфессия вәкилдәре сығыш яһаны.

Ултырыш барышында Башҡортостан мөфтиәтенең башҡарған эштәре тураһында отчет тыңланды.

— Бөгөн республика Мосолмандары диниә назараты ислам ҡиммәттәре нигеҙендә шәхес тәрбиәләү, гражданлыҡ сифаттары, ватансылыҡ һәм дингә тигеҙ ҡараш булдырыу курсын алып ара. Шул уҡ ваҡытта дини белем биреүҙе үҫтереүгә, конфессия-ара диалогты киңәйтеүгә, дини экстремизмға ҡаршы тороуға айырым иғтибар бүленә. Киләсәктә лә һеҙҙең әүҙем позицияғыҙ быуындарҙың әхләҡи күсәгилешлеген һаҡлауға, Башҡортостан халыҡтары араһында дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итәсәгенә ышанам, — тине Рөстәм Мәрҙәнов.

Рауил Ғәйнетдинов мөфтиәттең ҡайтанан һайланған етәксеһе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллиндың абруйын билдәләне.

— Төньяҡ Кавказ, Алыҫ Көнсығыш һәм Себер, илебеҙҙең үҙәк өлөшөндәге дини идаралыҡтар етәкселәре уны яҡшы белә һәм ихтирам итә. Төрлө мәсьәләләр буйынса компромисс табыу һәләтен туғандаш диндәр – традицион конфессиялар башлыҡтары ла юғары баһалай. Уны Рәсәй Мөфтөйҙәр Советы ҡушма рәйестәре лә ихтирам итә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рауил Ғәйнетдинов.