6 декабрь, Шишәмбе

26 ноябрь 2013 йыл, 16:38

Өфөлә «Әсәй булыу бәхет» фотокүргәҙмәһе асыласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Светлана Солоницынаның «Әсәй булыу бәхет» шәхси фотокүргәҙмәһе 26 ноябрҙә Өфө Үҙәк ҡала китапханаһында асыла. Экспозицияла 50-нән ашыу эш тәҡдим ителгән.

Профессиональ фотограф Светлана Солоницына – күп балалы әсә, уның өс балаһы бар.

— Миңә балаларҙың эмоциялы, матур портреттарын, йылы ғаилә мөнәсәбәттәрен төшөрөү, фотографияларҙа ғаилә тарихтарын, уның башҡаларға оҡшамағанлығын сағылдырыу оҡшай, — тип һөйләй Светлана. — Хәҙер фотографтарҙы баланың тыуған көнөнә генә түгел, ә ҡәҙимге көндәрҙә лә йылы, һөйөү тулы ғаилә бәхетен сағылдырырға ла саҡыралар, быны тойоу үтә лә ҡыуаныслы.

2012 йылдан Светлана Солоницына балалар һәм ғаилә фотографтары ассоциацияһына ингән, Оксана Федорованың мәктәбе (Өфө филиалы) менән хеҙмәттәшлек итә, унда балаларға фототография серҙәрен өйрәтә. Ул «Ҡаралы-аҡлы тарих» («Черно-белая история») фотоконкурсында, балалар һәм ғаилә фотографтары араһында милли премия сиктәрендә үҙғарылған ике халыҡ-ара фотокүргәҙмәлә ҡатнаша.

Эштәрҙе шишәмбенән алып йомаға тиклем 11.00-19.30 сәғәттәрҙә күрергә була. Ял көндәре – йәкшәмбе, дүшәмбе.