4 декабрь, Йәкшәмбе

26 ноябрь 2013 йыл, 16:37

Төбәк Пенсия фондын Федераль казначействоға күсереү буйынса әҙерлек

автор: Ғәлиә Нәбиева

Пенсия фонды идаралығы рәйесе урынбаҫары Наталия Петрова Башҡортостан Республикаһы буйынса Пенсия фонды бүлегенең эше менән танышты һәм республиканың ҡала һәм район Пенсия фонды идаралығы начальниктары менән кәңәшмә үткәрҙе.

Идаралыҡ рәйесе урынбаҫары Рәсәй Федерациһы Пенсия фонды бюджетын Федераль казначейство аша касса хеҙмәтләндереүенә күсеү мәсьәләһен ентекле аңлатты. Башҡортостан – касса хеҙмәтләндереүенә күсеү буйынса «эксперименталь» төбәктәр иҫәбендә. Әлеге ваҡытта республика әҙерлек саралары үткәрә һәм технологик процестарға тест буйынса һынау үтә.

Наталия Петроваға яңы эштәрҙе, шул иҫәптән республиканың барлыҡ идаралыҡтарында эшләп килгән «Рәсәй Пенсия фонды идаралыҡтарында ҡабул итеүгә яҙылыу — Өфө» программаһын күрһәттеләр. Ул клиенттарға идаралыҡҡа шәхси мөрәжәғәт иткәндә йәки инфомат аша үҙҙәренә уңайлы ваҡытта ҡабул итеүгә яҙылырға, документтар алыуға заказ бирергә һәм телефон буйынса белешмә алырға мөмкинлек бирә. Пенсия фонды идаралығы вәкиле Стәрлетамаҡта страховка түләүҙәрен туплау буйынса эште ойоштороу менән танышты.

— 2014 йылда беҙҙе күп үҙгәрештәр көтә, уларҙың иң мөһимен айырып әйтеүе лә ҡыйын. Башҡортостан буйынса фонд бүлеге йылдан-йыл Пенсия фондына пилот программалары индерергә яҙрам итә һәм Рәсәй төбәктәре өсөн яңы программалар әҙерләй, — тине Наталия Петрова. — Беренсе булыу, төп эшмәкәрле менән шөғөлләнеү һәм бер үк ваҡытта яңы программаларға тест һынауы үткәреү бик ҡыйын ул. Тик һеҙҙең баһалап бөткөһөҙ тәжрибәгеҙ һәм белемегеҙ ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк.