6 декабрь, Шишәмбе

26 ноябрь 2013 йыл, 15:29

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы сентябрҙә 21 733,4 һум тәшкил итте

автор: Эльвира Латипова

Республика предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы сентябрҙә 21 733,4 һум тәшкил итте. Башҡортостанстат иҫәпләүҙәре буйынса, бер йылда эш хаҡы номиналь сағылышта – 9,9 процентҡа һәм реаль сағылышта, йәғни ҡулланыу хаҡтары индексын иҫәпкә алғанда, 3,8 процентҡа артҡан.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 2013 йылдың туғыҙ айында, республикала ғинуар-сентябрҙә уртаса эш хаҡы 21 753,2 һум тәшкил итте, йәғни 2012 йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда номиналь сағылышта 12,1 процентҡа һәм реаль сағылышта 4,8 процентҡа артҡан.