7 декабрь, Шаршамбы

26 ноябрь 2013 йыл, 15:25

Баш ҡалала инвалидтар өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Өфө Мәшғүллек үҙәге – йәштәр хеҙмәте биржаһы 28 ноябрҙә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсуслашҡан вакансиялар йәрминкәһен үткәрәсәк.

Өфө мәшғүллек үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәгә килеүселәргә тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә – ПЭВМ операторы, слесарь-ремонтлаусы, фрезеровщик, токарь, тегеүсе һәм аш-һыу бүлмәһе эшселәрее.

Бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.

Йәрминкә Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса сәғәт 10-дан 12-гә тиклем барасаҡ.

Бөгөн Башҡортостанда социаль партнерлыҡты үҫтереүгә 20 йыл тулыуға ҡарата уҙғарылған саралар сиктәрендә республиканың Профсоюздар йортонда 13 сәғәттән алып 16 сәғәткә тиклем күп профилле вакансиялар йәрминкәһе үтә, шул иҫәптән йәштәр өсөн дә.

Унда иҡтисадтың төрлө өлкәләренән 60-тан ашыу эш биреүсе ҡатнаша.

Улар араһында – сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениелары.

Дөйөм алғанда, меңдән ашыу буш эш урындары тәҡдим ителәсәк.