11 декабрь, Йәкшәмбе

26 ноябрь 2013 йыл, 13:41

«Газпром нефтехим Салауат» компанияһына рәхмәт белдерелде

автор: "Башинформ"

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко «төбәктең үҫемлекселек тармағына ярҙам иткән һәм алыҫта урынлашҡан склад комплекстарына минераль ашламаларҙы завод транспорты менән туҡтауһыҙ ташыуҙы ойошторған өсөн» компанияға рәхмәт белдерҙе.

Документта, йыл һайын сәсеү эштәре осоронда компания республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре өсөн минераль ашламаларға хаҡтарҙы кәметә, тип айырып билдәләнә.

— Республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрен арзан хаҡҡа минераль ашламалар менән ваҡытында тәьмин итеү арҡаһында бөтә сәсеү эштәрен сифатлы итеп үткәреү генә түгел, үҫемлекселек тармағын үҫтереүгә өлгәшелде. Һеҙгә тағы бер тапҡыр рәхмәт белдерәбеҙ һәм агробизнес өлкәһендә артабан да үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте дауам иттереүгә ышанабыҙ, — тип билдәләне Николай Коваленко.

Белешмә. «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Башҡортостанда  төп минераль ашламалар етештереүсе. Аммиак, карбамид, аммиак селитраһы, ҡатмарлы NP һәм NPKS маркалы ашламалар сығара. Йыл һайын сәсеү эштәре осоронда компания Башҡортостан аграрийҙары өсөн минераль ашламаларға хаҡтарҙы кәметә. Минераль ашламаларға льготалы хаҡтар билдәләү компанияның  республика агросәнәғәт комплексының һөҙөмтәлелеген күтәреүгә һәм эске баҙарҙа сығарылған продукцияға талапты арттырыуға йүнәлтелгән стратегияһының бер өлөшө булып тора.