11 декабрь, Йәкшәмбе

26 ноябрь 2013 йыл, 12:00

Таһир Ахунйәнов вафат булды

автор: "Башинформ"

25 ноябрҙә 91-се йәшендә оҙаҡ ауырып ятҡандан һуң Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, республиканың күренекле ижтимағи-сәйәсәт эшмәкәре Таһир Исмәғил улы Ахунйәнов вафат булды.

Таһир Ахунйәнов 1923 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының Муса ауылында, хәҙерге Бишбүләк районында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген, 1940 йылда Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлағас, Муса башланғыс мәктәбендә һәм Яңы Васильевка ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып башлай.

1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хәрби училищены тамамлағандан һуң төрлө фронттарҙа һуғыша, взвод командиры була. Күп ордендар һәм миҙалдар менән наградлана. Демобилизацияланғандан һуң 1946 йылда тыуған районында мәктәп директоры булып эш башлай, һуңынан ВЛКСМ-дың Бишбүләк район комитетында ойоштороу бүлеге мөдире була. Ошо уҡ йылда ВЛКСМ-дың икенсе секретары итеп һайлана. Өфө партия мәктәбен 1950 йылда тамамлағас, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында матбуғат секторы мөдире, һуңынан КПСС өлкә комитетында пропаганда бүлеге мөдире урынбаҫары вазифаларында эшләй.

1957-1961 йылдарҙа Таһир Исмәғил улы Юғары партия мәктәбендә, артабан КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһында уҡый, һуңынан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының фән һәм мәктәптәр бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. 1964 йылдан алып «Кызыл таң» республика гәзите мөхәррире булып эшләй. 1967 йылда яуаплы вазифаға – КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетының идеология буйынса секретары итеп тәғәйенләнә, унда ул 20 йылдан ашыу, хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.  

Оҫта етәксе һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Таһир Ахунйәнов республиканың ижтимағи-сәйәси үҫешенә тос өлөш индерә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр ерҙә ул үҙен тәрән белемгә, юғары профессионализмға эйә булған, яуаплы, эшһөйәр һәм белдекле яҡшы ойоштороусы итеп күрһәтә.

Таһир Ахунйәнов әүҙем йәмәғәт эше алып бара, Башҡорт АССР-ның VI-XI саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана. Төрлө яҡлап һәләтле кеше ижади эшмәкәрлек менән дә шөғөлләнә. СССР Журналистар союзы һәм СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, күп повестар һәм хикәйәләр авторы була. Уның пьесаһы буйынса Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылған «Ғәлиә» спектакле күп йылдар ҙур уңыш менән бара.

Таһир Ахунйәновтың күп йыллыҡ уңышлы эшмәкәрлеге лайыҡлы танылыу таба. Ул өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, икенсе дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары һәм бик күп миҙалдар менән наградлана, Фәтих Кәрим һәм Мәжит Ғафури исемендәге дәүләт премияларға лайыҡ була.

Некрологҡа Башҡортостан Президенты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе һәм республиканың башҡа дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡул ҡуйған.

Хушлашыу 27 ноябрҙә 12 сәғәттә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йорто (Өфө, Зәки Вәлиди урамы, 40) бинаһында уҙасаҡ.

темалар: хәтер