Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә күп профилле йәрминкәлә 60-тан ашыу эш биреүсе ҡатнашасаҡ

Иҡтисад

Башҡортостанда социаль партнерлыҡты үҫтереүгә 20 йыл тулыуға ҡарата уҙғарылған саралар сиктәрендә 26 ноябрҙә БР Профсоюздар йортонда күп тармаҡлы вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк, шул иҫәптән йәштәр өсөн дә.

— «Социаль партнерлыҡ системаһында хеҙмәт баҙары» акцияһы сиктәрендә эш һәм уҡыу урындары вакансиялар йәрминкәһе 13 сәғәттән алып 16 сәғәткә тиклем дауам итәсәк, — тип хәбәр итте Өфө Мәшғүллек үҙәге – йәштәр хеҙмәте биржаһының әйҙәүсе инспекторы Рәмилә Лушникова. — Әлеге ваҡытта иҡтисадтың төрлө өлкәләренән 60-тан ашыу эш биреүсе йәрминкәлә ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Улар араһында – сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениелары.

Дөйөм алғанда, меңдән ашыу буш эш урындары тәҡдим ителәсәк.

26 ноябрҙә БР Профсоюздар йорто алдында 13 сәғәттән алып 16 сәғәткә тиклем компьютер диагностикаһы һәм вакансиялар һайлау буйынса мобиль офис эшләйәсәк. Профсоюздар йортоноң икенсе ҡатында был ваҡытта хеҙмәт һәм мәшғүллек хоҡуғы мәсьәләләре буйынса юридик ярҙам пункты эшләйәсәк. Профсоюздар йортоноң конференциялар залында 14 сәғәттән алып 15 сәғәткә тиклем «Һөҙөмтәле эшкә урынлашыуҙың психологик аспекттары» оҫталыҡ класы уҙасаҡ.

Быларҙан тыш, 26 ноябрҙә Башҡортостандың Профсоюздар йортонда социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса Республика өс яҡлы комиссияһының күсмә ултырышы үткәреләсәк, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Хеҙмәт министрлығының матбуғат сәркәтибе Роза Кузьменко.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть