Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Бөрөнөң йәш гвардиясылары ҡала магазиндарында тауар сифатын тикшерә

Йәмғиәт

Бөрөләге «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» бүлеге «Агенттар» федераль проекты сиктәрендә ҡаланың эре супермаркеттары буйлап срогы сыҡҡан тауарҙарҙы асыҡлау маҡсатында рейдтар уҙғара, тип хәбәр итә ER.RU.

— Тикшерелгән изделиелар исемлегенә халыҡ йыш һатып алған продукттар инде. Улар һөт һәм ит продукттары, икмәк һәм кондитер изделиелары, консервалар, йәшелсә, емеш-еләктәр, балалар өсөн продукттар, —  тип һөйләне «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның урындағы бүлек етәксеһе Александр Обухов.

Беренсе магазинда бер нисә минут эсендә активистар ярты йыл элек срогы сыҡҡан тауарҙы тапты. Киләһе магазинда ла яраҡлылыҡ срогы сыҡҡан продукттар беренсе минуттарҙа уҡ табылды. Йәш гвардиясылар һут һауыттарында етештереү датаһы юйылыуын, кондицияға ярашһыҙ, тиҙ боҙолоусан тауарҙарҙы дөрөҫ һаҡламауҙарын асыҡланы.

Активистар әйтеүенсә, «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» проекты артабан да дауам иттереләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть