5 декабрь, Дүшәмбе

25 ноябрь 2013 йыл, 18:00

«Өфө» аэропортында пассажирҙар ағымы һуңғы 20 йыл рекордын уҙҙы

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты дүшәмбе көнө 2013 йылда ике миллионынсы пассажирын хеҙмәтләндерҙе. Ул Мәскәүгә эш буйынса командировкаға осоусы, Өфөлә йәшәүсе Гөлнур Хунафина булды.

Почетлы пассажир бүләккә бонуслы хеҙмәттәр пакеты алды: бизнес-залда биш тапҡыр хеҙмәтләндерелеү, ярты йыл дауамында бушлай автопарковка менән файҙаланыу һәм аэропорттың берәй ресторанында ике кешегә киске аш. Ике миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндереүсе авиакомпания Гөлнур Хунафинаға йыл буйына Рәсәйҙең төрлө аэропортынан төрлө даими йүнәлеш буйынса бушлай осоуға сертификат бүләк итте.

«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Андреев журналистарға хәбәр итеүенсә, пассажирҙар ағымы һуңғы 20 йыл рекордын уҙҙы. Йыл аҙағына тиклем ул 2,2 миллион кешегә етәсәк. Абсолют тарихи максимум Өфөлә 1992 йылда теркәлгән – ул саҡта өс миллион пассажир рубежын уҙған.

Көнөнә «Өфө» аэропорты 40 рейстан алып 50 рейсҡа тиклем, йәғни 7-8 мең пассажирҙы хеҙмәтләндерә.

Аэропорттың артабан үҫеш потенциалы барлығын ISAGO сертификаты дәлилләй. Ул аэропорттың производство эшмәкәрлеге һәм эксплуатациялау именлеге халыҡ-ара стандарттарға тап килеүен раҫлай. Өфө аэропорты Рәсәйҙә төбәк аэропорттары араһында беренсе бындай сертифакат алыусы булды.