11 декабрь, Йәкшәмбе

25 ноябрь 2013 йыл, 17:27

Башҡортостандың билдәле радиожурналисы Рәсүл Сәғитовтың китабы донъя күрҙе

автор: «Башинформ»

Республика «Китап» нәшриәтендә билдәле журналист һәм яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәсүл Сәғитовтың «Имен-аман тороғоҙ!» исемле китабы донъя күрҙе һәм һатыуға сығарылды. Автор үҙ тыңлаусыларына мөрәжәғәтен һәр ваҡыт ошондай һүҙҙәр менән тамамлай.

Рәсүл Сәғитов күп йылдар инде «Юлдаш» дәүләт радиоканалында эшләй, әлеге ваҡытта уның бүлектәренең береһен етәкләй. Уның сираттағы китабында, әҙәби әҫәрҙәрҙән торған элекке китаптарынан айырмалы рәүештә, автор радиожурналистика тураһында үҙ фекерҙәрен бәйән итә, ул башлап яҙыусы журналистар өсөн уҡыу әсбабы ла булып тора. Тәғәйен сығанаҡтарға һылтанып, хәҙерге башҡорт теленә, уның стиленә етди иғтибар бирелә. Теге йәки был проблемаларға үҙ ҡарашын, уҙған быуаттың 70-се йылдарынан башлап, донъя, ил һәм республиканың ижтимағи-сәйәси тормошо тарихынан ваҡиғалар менән нығыта.  

Автор әйтеүенсә, һәр һөнәр, шул иҫәптән журналистика менән шөғөлләнгәндә ниндәйҙер матди байлыҡ алыуҙы ғына маҡсат итеп ҡуйырға ярамай. Һөнәрҙә камиллашырға, мөмкин тиклем ижади эшләргә кәрәк. Был турала Рәсүл Сәғитов һәр ваҡыт телгә ала, шул иҫәптән федераль кимәлдә лә — даими рәүештә «Журналист», «Журналистика и медиарынок» журналдарында мәҡәләләр баҫтыра.