9 декабрь, Йома

25 ноябрь 2013 йыл, 15:44

Ауыл хужалығы продукцияһының күләме 10 айҙа 107 миллиард һум тәшкил итте

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда 2013 йылдың 10 айында ауыл хужалығы продукцияһы күләме 107 миллиард һум тәшкил итте, былтырғы ошо уҡ ваҡыттағы күрһәткестән 16 процентҡа тиерлек күберәк.

Сағыштырыу өсөн: дөйөм ил буйынса был күрһәткес 101,8 процент тәшкил итә.

Республикала малсылыҡ продукцияһы 60 миллиард һумлыҡ етештерелгән, йәғни былтырғы кимәлдең 99,5 проценты, үҫемлекселек – 47 миллиард һумлыҡ, йәғни 139, 5 проценты, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында 2013 йылдың ғинуарынан алып октябренә тиклем һөт былтырғы кимәлдә етештерелгән – 512 мең тонна.

Бынан тыш, тереләй ауырлыҡта 220 мең тонна ит етештерелгән, шуның 101 мең тоннаһы һатылған. Был уҙған йылдың ошо уҡ ваҡыттағы кимәленә ҡарата 110 процент, тип билдәләнеләр министрлыҡта.