9 декабрь, Йома

25 ноябрь 2013 йыл, 11:20

Сергей Молчанов Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе итеп тәғәйенләнде

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Сергей Молчановты Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе итеп тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Биографик белешмә:

Сергей Александрович Молчанов Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районының Приютово ҡасабаһында 1960 йылдың 21 апрелендә тыуған. Юғары белемле – Һарытау политехник институтын 1982 йылда тамамлаған.

Хеҙмәт биографияһы:

1976 – «Аксаковнефть» нефть-газ табыу идаралығында слесарь, Бәләбәй районы Приютово эшселәр ҡасабаһы.

1977-1982 – Һарытау политехник институты студенты.

1982-1984 – Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1984-1990 – «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының Октябрьский технологик транспорты идаралығында мастер, ремонт-механика мастерскойы начальнигы.

1990-1994 – «Калибр» производствңо кооперативында  участка начальнигы, рәйес урынбаҫары, Октябрьский ҡалаһы.

1994-1997 – шәхси эшҡыуар.

1997-2000 – «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводында коммерция бүлеге начальнигы, директор урынбаҫары.

2000-2003 – Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.

2003- 2005 – Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы.

2006-2013 – республиканың Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге:

2012-2013 – «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр Советы» ассоциацияһы идараһы рәйесе.