10 декабрь, Шәмбе

25 ноябрь 2013 йыл, 10:32

Рөстәм Хәмитов Благовещен районы буйлап эш сәфәрендә булып ҡайтты

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәмбе, 23 ноябрҙә, Благовещен ҡалаһы һәм районы буйлап эш сәфәрендә йөрөп ҡайтты. Республика етәксеһе Благовещендың социаль объекттарында булды, сәнәғәт предприятиеларының эше, ауыл хужалығы проекттарын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты.

Президент иң элек Благовещен ҡалаһының 2-се дөйөм белем биреү мәктәбенә барҙы. Уҡыу йортонда сэндвич-панелдәр ҡулланып, каркас технологияһы буйынса төҙөлгән спорт залы файҙаланыуға тапшырылған. Яңы спортзал мәктәптең юбилейына – уға 100 йыл тулды – яҡшы бүләк булды. Байрам хөрмәтенә Башҡортостан Президенты уҡыусылар өсөн спорт инвентары – 23 яңы саңғылар комплекты бүләк итте.

Әлеге ваҡытта мәктәп бинаһына комплекслы капиталь ремонт талап ителә, уны үткәреүгә 32 миллион һум аҡса кәрәк. Проект республиканың Мәғариф министрлығына яраштырыуға тапшырылған.

Педагогтар менән аралашыу барышында Башҡортостан Президентына Благовещенда яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөү кәрәклеге тураһында әйттеләр. Ҡалала дөйөм белем биреү учреждениеларында бөтәһе 4582 бала уҡый, уларҙың өстән бер өлөшө – икенсе сменала. Әлеге ваҡытҡа яңы мәктәп проекты төҙөлгән, уны республика адреслы инвестиция программаһына (РАИП) индереү буйынса эш алып барыла.

Шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреүҙе киңәйтеү тураһында ла һүҙ алып барылды. Бөгөн балалар баҡсаһына 375 кеше (3 йәштән 7 йәшкә тиклемге) сиратта тора. Ҡалала яңы балалар баҡсаһы төҙөүгә майҙансыҡ һайланған.

Уҡытыусылар һәм балаларҙың ата-әсәләре Башҡортостан Президентына дөйөм ҡала проблемаһы менән мөрәжәғәт итте. Эш шунда – Благовещендың ҡап уртаһында урынлашҡан быуа ныҡ бысранған, шул иҫәптән сәнәғәт предприятиеларынан ағып төшкән бысраҡ һыуҙар менән дә. Рөстәм Хәмитов Благовещен районы хакимиәте башлығы Фәрит Фазыловҡа быуаны таҙартыуға проект әҙерләргә һәм һәм киләһе йыл уҡ уны тәртипкә килтереү буйынса эш башларға ҡушты.  

Эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты диодлы яҡтыртҡыстар сығарыу буйынса «Аморус» берлектәге Рәсәй-Корея предприятиеһының производство майҙансығында булды. Благовещенда проектты 2010 йылда тормошҡа ашыра башланылар. Инвесторы –  Amotech Корея концернына (диодлы лампалар, Bluetooth-ҡоролмалар, кәрәҙле телефондар өсөн антенналар, GPS-ҡоролмалар етештереү буйынса донъя лидерҙарының береһе) ингән AmoLuxe компанияһы.

Хәҙерге ваҡытта заводтың беренсе сиратын эшкә ебәреүгә әҙерлек бара, Рөстәм Хәмитов предприятие эшмәкәрлеге менән танышты, сығарылған продукция өлгөләрен ҡараны һәм мәғариф министрына, шулай уҡ Башҡортостандың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты етәксеһенә заманса яңы диодлы лампаларҙы уҡыу йорттарында һәм социаль-мәҙәни-көнкүреш объекттарында ҡулланыу мөмкинлектәрен ҡарарға ҡушты.  

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 1977 йылдан эшләп килгән «Благовещен тимер-бетоны» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең производство майҙансығында булды. Уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре – йыйылма тимер-бетондан изделиелар, бетон изделиелар, тауар бетоны етештереү. Һуңғы йылдарҙа предприятиела ойоштороу-техник яҡтан етди үҙгәрештәр булды, заманса технологиялар производствоға индерелде, был продукцияның яңы серияларын сығарыуҙы үҙләштерергә булышлыҡ итте.  

Шулай уҡ Благовещен ҡалаһы ситендә Рөстәм Хәмитов «Маяҡ» производство-коммерция фирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Спектрплюс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ағас эшкәртеү производствоһы эшмәкәрлеге менән танышты.  .

«Спектрплюс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Николай Ермилов әйтеүенсә, предприятиеның төп проблемаһы – ағас ҡалдыҡтарын утилләштереү.

– Беҙ был ҡалдыҡтарҙы ҡайҙа итергә лә белмәйбеҙ, ҡайһын яндырабыҙ, ҡайһын сүплеккә сығарып түгәбеҙ, фермаға мал аҫтына һалырға алалар. Әгәр был ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә алыусылар табылһа – беҙ ҡыуанып бирер инек. Ә хәҙер беҙ бысҡы вағын һәм юнысҡыларҙы сығарыуға ҙур аҡса түгәбеҙ. Беҙҙең уларҙы эшкәртергә мөмкинселегебеҙ юҡ. Тупаҫ ҡына иҫәпләгәндә лә ағастың 50-70 проценты ҡалдыҡҡа китә. Былар – урманда ҡалғаны, бысҡанда, эшкәрткәндә сыҡҡан ҡалдыҡтар. Проблема ҙур, – ти Николай Ермилов.

– Һеҙҙең предприятиеғыҙ ҙур түгел, ә ҡалдыҡтар шундай ҙур проблема. Ул саҡта ҙур предприятиеларҙа нимә? Әгәр беҙ өс миллион кубометр ағас материалдар әҙерләйбеҙ икән, был күләмдән ике миллион 100 меңе – ҡалдыҡтар, тимәк. Ә 900 меңе генә – «эшлекле» ағас материалдар. Беҙ ҡалдыҡты ҡайҙа итергә белмәйбеҙ. Тирә-яҡты сүпләйбеҙ. Мин ҡайһы берәүҙәрҙең бысҡы онтағын йылғаға түгеүҙәрен, икенселәрҙең яндырыуын, йырынға ташлауҙарын беләм. Һис шикһеҙ уларҙы эшкәртергә кәрәк. ДСП һәм ДВП, OSB-плиталар сығарыу өсөн ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе предприятиелар төҙөргә кәрәк. Шул саҡта ғына беҙ урманда тәртип булдырасаҡбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.

Шулай уҡ үҙ сәфәре барышында республика Президенты Фәрхүтдинов крәҫтиән-фермер хужалығы фермаһына барҙы. Хужалыҡ һөт кәзәләре үрсетеү менән шөғөлләнә һәм һауып алынған һөттө төлыһынса эшкәртә. Продукция Башҡортостандың санатор-курорт учреждениеларына һатыла.

Һуңғы өс йылда хужалыҡ кәзә һөтө етештереү күләмен йылдан-йыл арттыра. Ауыл хужалығы предприятиеһы 250 баш кәзә аҫырай. Һәр кәзәнән йылына 820 литр һөт һауып алына. Сығарылған продукция бер нисә тапҡыр Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара аграр күргәҙмәләрҙә билдәләнде.

«2011-2013 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һөтсөлөк малсылыҡ фермаларын үҫтереү» маҡсатлы программаһына ярашлы 2,87 миллион һум күләмендә грант алынды. Был аҡсаға 120 баш һауын кәзә өсөн ферма төҙөлдө, продукция етештереүҙе арттырыу һәм ассортиментын киңәйтеү маҡсатында һөт эшкәртеү цехы реконструкциялана.