Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Константин Толкачев блогерҙар менән аралашырға ниәтләнә

Сәйәсәт

Республика парламенты спикеры Константин Толкачев киләһе аҙнала «Живой журнал»да үҙ сәхифәһендә ҡулланыусылар менән яңы парламент эше темаһына әңгәмәләшергә ниәтләнә.  

«Киләһе аҙнала бер сәғәт дауамында ҡулланыусылар менән онлайн режимда әңгәмәләшәсәкмен, һорауҙарҙы алдан да ебәрергә була, — тип яҙған үҙенең блогында Константин Толкачев. — Һайлауҙарҙан һуң парламентта депутаттар составы ярайһы яңырғас — яҡынса 70 процентҡа, эш алымдары үҙгәрә, «Яңы парламенттың эше» темаһына әңгәмәләшеү, минең уйлауымса, ҡыҙыҡлы буласаҡ.

Бындай әңгәмәләшеү форматы элек тә уңышлы ҡулланылды, тине Дәүләт Йыйылышы Рәйесе. Шуға бәйле ул «ҡалған депутаттарҙы ла быға өйрәтергә» ниәтләүен белдерҙе.

«Киләсәктә бында ошондай сараларҙы комитет етәкселәре менән дә үткәрәсәкбеҙ. Был беренсе аҙым ғына, блогта башҡа төрлө эш формаларын индереүҙе уйлаясаҡбыҙ», — тип яҙылған БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе белдереүендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть