5 декабрь, Дүшәмбе

22 ноябрь 2013 йыл, 17:25

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан ҡатындарын Әсә көнө менән ҡотланы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Әсә көнө билдәләнә. Бөтә ғүмер балаларға бағышлана, үҙеңә ваҡыт та ҡалмай, һәм йәмғиәткә сығыу – ул һирәк байрам, тип иҫәпләй бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында йыйылған Башҡортостан әсәйҙәре.

Алдағы Әсә көнө менән республика ҡатындарын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы.

— Был тулҡынландырғыс һәм үҙенсәлекле көн. Мин һеҙҙе, бөгөн ошо залда шундай зиннәтле кейенгән, матур, үҙегеҙҙе ышаныслы тотҡан әсәләрҙе, күреүемә бик шатмын, — тине Рөстәм Хәмитов, ҡатындарҙы тәбрикләп. — Әсәләрҙең һирәк ял итеүҙәрен, үҙҙәренә буш бер минут та бүлә алмауҙарын беләм. Һеҙ һәр саҡ ғаилә, балалар, тормош иптәшегеҙ, яҡындарығыҙ һәм туғандарығыҙ тураһында хәстәрлек күрәһегеҙ. Беҙ ошо байрамды һәм концертты һеҙ әҙерәк ял итһен һәм ыңғай тәьҫораттар алһын өсөн ойошторҙоҡ. Мин һеҙгә һандар, ҡатмарлы иҫәпләүҙәр, миллиард һумдар тураһында һөйләп, башығыҙҙы бутағым килмәй, шулай ҙа уларһыҙ хәл итеп тә булмай, сөнки беҙ һеҙҙең менән тормош тураһында һөйләшкәндә ғаиләләргә, балаларға, әсәйҙәргә күрһәткән ярҙам күләме һандарына таянабыҙ.

Башҡортостанда ғаиләләргә һөҙөмтәле социаль ярҙам системаһы эшләп килә. Былар – пособиелар, балалар һаулығын һаҡлау һәм ялын ойоштороу өлкәһендә, мәғариф өлкәһендә, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса ташламалар, аҡсалата бүләктәр. Биш һәм унан да күберәк балалы ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырыла. Бөгөн балалары булған ғаиләләр 30 төрҙән ашыу социаль ярҙам ала. Президент әйтеүенсә, был маҡсаттарға былтыр өс миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Быйыл бындай сумма туғыҙ айға бүленгән.

Башҡортостан Президенты күп балалы әсәләргә, тәрбиәгә балалар алған, шулай уҡ мөнкинлектәре сикләнгән балаларҙы ҡарауға алған әсәләргә айырыуса ҙур рәхмәт белдерҙе.

— Республиканың айырым ғорурлығы – күп балалы ғаиләләр. Улар беҙҙә 34 меңдән ашыу. Яҡшы һан. Әммә беҙгә 35 һәм 40 булыуы кәрәк, ә 50 мең күп балалы ғаилә булһа, тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Быйыл былтырғы менән сағыштырғанда демографик күрһәткестәр насарайманы, хатта бер ни тиклем яҡшырҙы, тыуым әҙерәк артты. Һәм беҙ йыл һайын 60 меңләп малайҙар һәм ҡыҙҙар тыуыуын бик тә теләр инек. Бындай ғаиләләргә һәр саҡ ярҙам күрһәтеләсәк.

Республикала балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар төҙөлә. 2015 йылда Өфөлә яңы заманса перинаталь үҙәк төҙөләсәк.

Рөстәм Хәмитов айырыуса рәхмәт тойғоһон белдереп, биш бала тәрбиәләгән ете ҡатынға «Әсәлек даны» миҙалы, Кушнаренко районынан Яҡуповтар ғаиләһенә торлаҡҡа социаль түләү алыр өсөн таныҡлыҡ тапшырҙы. Ә Илеш районынан күп балалы Ахуновтар ғаиләһенә «ГАЗель» микроавтобусына сертификат бирҙе. Руслан Радик улы менән Светлана Әнғәм ҡыҙы 9 бәлиғ булмаған бала тәрбиәләй, улар ҙа бүләктәр алды.

Залда ултырған бөтә әсәләргә мөрәжәғәт итеп, «әсәнең эше – ул иң ҡатмарлыларҙың береһе, һәм тәрбиәләү – ул, әлбиттә, һәр саҡ еңелдән түгел. Мин быны үҙем атай, олатай булараҡ аңлайым. Беҙҙең ғаиләләр ныҡлы һәм бәхетле булһын өсөн беҙҙең һәр кемебеҙгә түҙемлек, изгелек, аҡыл кәрәк», тине Президент.

— Әсәй булыу – ул бик ҡатмарлы, — тине Светлана Ахунова. — Әммә, бала һиңә һырығып, яратыуын әйтһә, был бар нәмәнән дә юғарыраҡ һәм ҡиммәтерәк. Тик мөхәббәт кенә барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс бирә.

Уның менән башҡа күп балалы әсәләр ҙә теләктәш. Улар өсөн иң ҙур бәхет – ул ғаилә менән бергә булыу һәм балаларының ижади эштәре – иң яҡшы бүләк. Шуға күрә йәш артистар башҡарыуында сығыштар көслө алҡыштар менән оҙатылды.

БР халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың сығышы бөтә йыйылыусыларға ойоштороусыларҙан тағы ла бер бүләк булды.