7 декабрь, Шаршамбы

22 ноябрь 2013 йыл, 16:10

Башҡортостан – ҡышҡылыҡҡа әҙерлек буйынса Рәсәйҙә дүртенсе урында

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан ҡышҡылыҡҡа әҙерлек сифаты буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында дүртенсе позицияла тора. Рейтингты төҙөүсе — РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы — Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләнеү һәм уны үткәреү мониторингы һөҙөмтәләре буйынса баһаланы.  

БР Торлаҡ надзоры буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, интеграль  күрһәткескә йылытыу миҙгеленә әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса бөтә саралар инә. Йылылыҡ, һыу, газ һәм электр менән тәьмин итеү объекттарының торошо, торлаҡ фондының һәм инженер инфраструктураһының ҡышҡылыҡҡа әҙерлек паспорттарының, авария хәленә яғыулыҡ запастарының һәм резерв энергия сығанаҡтарының булыуы, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе ваҡытында бөтөрөү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының һәм халыҡтың коммуналь ресурстар менән тәьмин итеүселәр алдында бурысын кәметеү иҫәпкә алынды.