Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

30 ноябрҙә Өфөлә «Шәмбе-артыҡ эшләү» экологик акцияһы уҙасаҡ

Йәмғиәт

Өфөлә 30 ноябрҙә сираттағы «Шәмбе-артыҡ эшләү» экологик акцияһы уҙасаҡ, уны «ЭКА» «йәшел» хәрәкәте ойоштора.

Акция халыҡта экологик мәҙәнилек тәрбиәләүгә, халыҡты тыуған ҡалаһын экологик таҙартыу буйынса ғәмәли эшмәкәрлеккә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был көндө барлыҡ теләүселәр макулатура, полиэтилен, пластик һәм алюминий килтерә ала, улар һуңынан икенсел эшкәртеүгә оҙатыласаҡ.

Экоакцияны үткәреү ваҡыты – сәғәт 11-ҙән 13 сәғәткә тиклем.

Икенсел ресурстар Республика балалар экологик-биологик үҙәгендә (Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 14/1) һәм БР «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһында (С. Кувыкин урамы, 102) ҡабул ителәсәк.

Ойоштороусылар билдәләп үтеүенсә, макулатура, полиэтилен, пластик һәм аллюминийҙан тыш, БР «Тәбиғәт» Дәүләт унитар предприятиеһына боҙолған термометрҙар һәм энергия һаҡлаусы лампалар тапшырырға мөмкин буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть