8 декабрь, Кесе йома

22 ноябрь 2013 йыл, 14:01

Башҡортостандың аграр вузы Рәсәйҙә беренселәрҙән булып «Ростсельмаш»тан фирма аудиторияһын аласаҡ

автор: Галина Бахшиева

«Мәғариф» масштаблы проекты сиктәрендә «Ростсельмаш» ауыл хужалығы техникаһы етештереү буйынса ватандың алдынғы предприятиеһы Рәсәй аграр вуздарында үҙенең фирма аудиторияларын аса. Уларҙың береһе яҡын арала Башҡорт дәүләт аграр университетында асыласаҡ. Бынан тыш, Ленинград өлкәһе һәм Новосибирск аграрий студенттары ошондай уҡытыу кластары аласаҡ.

Мультимедия һәм интерактив ҡорамалдар студенттарға белемде еңелерәк үҙләштерергә ярҙам итергә тейеш, ә практик дәрестәр өсөн компания юғары уҡыу йорто ҡарамағына ACROS ғаиләһенән яңы заманса комбайндар бирәсәк, тип аңлаттылар Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Әлеге ваҡытта «Ростсельмаш» компанияһының уҡытыу кластары Волгоград дәүләт аграр университетында һәм Вологда һөтсөлөк хужалығы академияһында барлыҡҡа килде.

Вологда һөтсөлөк хужалығы академияһында бындай фирма аудиторияһында студенттарҙан тыш механизаторҙарҙы ла уҡытырға планлаштыралар. «Агрофакт» агентлығында билдәләүҙәренсә, ауыл хужалығы предприятиеларында ҡулланылған машиналар һәм агрегаттар буйынса ғына белем биреләсәк.

Киләсәктә «Ростсельмаш» илдең бөтә алдынғы аграр вуздарында аудиториялар менән тәьмин итергә планлаштыра.