4 декабрь, Йәкшәмбе

22 ноябрь 2013 йыл, 12:52

Төбәктә һәр һыйырҙан тәүлегенә уртаса һауым - 8,7 кг

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында көн һайын һәр һыйырҙан уртаса 8,7-шәр килограмм һөт алалар, былтырғы ошо уҡ ваҡыттағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда 100 грамға күберәк.

Шул уҡ ваҡытта республиканың алты районында һәр һыйырҙан көн һайын 10,3-12,1-шәр килограмм һөт һауалар.

Башҡортостанда йыл башынан алып һәр һыйырҙан уртаса 4 мең килограмм самаһы һөт алынған. Биш меңлек һөт рубежын әлегә Саҡмағош районы хужалыҡтары ғына үткән. Дүрт меңлек рубежға Ауырғазы, Дүртөйлө, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Тәтешле һәм Өфө райондарының ауыл хужалығы предприятиелары өлгәшкән.

Республикала йыл башынан алып әлеге ваҡытҡа тулайым һауым 1,558 миллион тонна тәшкил итә, 602,3 мең тоннанан ашыу һатылған, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.