9 декабрь, Йома

22 ноябрь 2013 йыл, 12:46

Рәсәй Финанс министрлығы Башҡортостанда финанстар менән идара итеү юғары сифатлы булыуын таныны

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең төбәк финанстары менән идара итеүҙең юғары сифатына эйә булған 23 төбәге иҫәбенә инде. 2012 йыл өсөн рейтингты Рәсәй Финанс министрлығы баҫтырып сығарған.

Үткән йылда республика үҙенең позицияларын ярайһы яҡшыртты: 2011 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан «тейешле» кимәлдә идара итеүсе төбәктәр категорияһына ингәйне. Был төркөмгә яңы рейтингта 54 төбәк инә. Рәсәй Федерацияһының алты субъекты артта ҡалыусы – төбәк финанстары менән түбән сифатлы идара итеү — төркөмөн йыя.

Федераль Финанс министрлығы бер нисә йүнәлеш буйынса мониторинг алып бара: бюджет планлаштырыу сифаты, бюджетты үтәү, бурыс йөкләмәләре менән идара итеү, дәүләт милке менән идара итеү һәм дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү, шулай уҡ муниципаль берәмектәр менән финанс мөнәсәбәттәре һәм бюджет процесының асыҡлыҡ кимәле.