6 декабрь, Шишәмбе

22 ноябрь 2013 йыл, 12:44

Өфөлә Башҡортостан спорт ведомствоһының 90 йыллығын билдәләнеләр

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Өфөләге «Химик» Мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһының физик культура һәм спорт буйынса башҡарма власы органына 90 йыл тулыу уңайынан тантана уҙҙы. Уны «Еңеүҙәр йылъяҙмаһы» төҫлө лазер шоуы һәм «Ваҡыт, алға!» сағыу динамик спорт композицияһы асты.

Юбилейға күп йылдар Башҡортостандың спорт данын булдырған һәм нығытҡан, яуаплы бөтә Рәсәй ярыштарында, Европа һәм донъя чемпионаттарында, Олимпия һәм Паралимпия уйындарында юғары һөҙөмтәләргә ирешкән; беҙҙең күп яҡлы спорт тармағында ныҡышмалы рәүештә матди, кадрҙар, ғилми-методик база төҙөгән кешеләр йыйылды.

— Беҙ бында Башҡортостандың спорт тарихында мөһим дата – физик культура һәм спорт буйынса республика башҡарма органының 90 йыллығын билдәләү өсөн йыйылдыҡ, — тип тәбрикләне бөтә физик культура хеҙмәткәрҙәрен, спортсыларҙы һәм тренерҙарҙы, бөтә спорт яратыусыларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан бөгөн тулы хоҡуҡ менән илдең иң спортсы төбәктәренең береһе, күп спорт төрҙәрен үҫтереү үҙәге, чемпиондар әҙерләү урыны булып иҫәпләнә – был бик күп кешеләрҙең ҙур ҡаҙанышы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. Улар араһында – етәкселәр, спортты ойоштороусылар, бөгөн Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тип аталған учреждениеның бер нисә быуын хеҙмәткәрҙәре.1923 йылда республикала Юғары физик культура һәм спорт советы ойоштороу мәленән быуатҡа яҡын ваҡыт уҙҙы. Шул ваҡыттан алып был ведомствоның исемендә, структураһында байтаҡ үҙгәрештәр булды. Ваҡыт спорт һәм физкультура эшмәкәрлеген үҫтереү, был ҙур эште яраштырыу буйынса яңы бурыстар ҡуйҙы. Яңы исемдәр, ысын легендаға әүерелгән тренерҙарҙың һәм спортсыларҙың тотош династиялары барлыҡҡа килә.

— Үткән быуаттың 70-80 йылдарында Башҡортостан совет һәм донъя спорты элитаһына бәреп инде тиергә була. Өлкән быуын кешеләре яҡташтарҙы һәм уларҙың еңеүҙәрен ғорурлыҡ менән иҫкә ала, —тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Президент Мехиколағы Олимпиада-86 бронза призерҙарын уҡсы Ринарт Сөләймәнов, донъя рекордсыһы штангасы Михаил Шабаев, илдең көслө мотоциклистары Ғабдрахман Ҡадиров, Игорь Плеханов һәм Борис Самородов, күренекле хоккейсылары Ирек Ғимаев, Игорь Кравчук, Александр Семак кеүек спортсыларҙы, шулай уҡ тотош бер тренерҙар плеядаһын телгә алды.

— Беҙҙең спортсыларҙың һәм тренерҙарҙың исемдәре алтын хәрефтәр менән республика тарихына яҙылған, — тине Президент. — Тик беҙгә йәштәргә өлгө булырлыҡ яңы исемдәр, яңы легендалар кәрәк.

Рөстәм Хәмитов күмәк спортты үҫтереүгә, республика халҡын сәләмәт тормош алып барыуға, Башҡортостанды яңы стадиондар, ареналар һәм спорт майҙансыҡтары менән тәьмин итергә саҡырҙы. Республика ҙур спорт ярыштарын (тик һуңғы йылда ғына улар – хоккей буйынса йәштәр донъя чемпионаты, Ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындары, ирҙәр араһында шашка буйынса донъя чемпионаты) уҙғарыу хоҡуғына бер нисә тапҡыр эйә булды һәм улар һөҙөмтәһе буйынса юғары баһалар алды.

Яҡын аралағы ҙур спорт ваҡиғаһы – Олимпия уты эстафетаһы, уны Өфө быйыл 21-22 декабрҙә ҡабул итәсәк. Республика Башҡортостан вәкилдәренең Сочиҙа Рәсәйҙәге беренсе Аҡ Олимпиада-2014-тә уңышлы сығыш яһарҙарына ышана.

Спорт, һис шикһеҙ, хәҙерге йәмғиәт үҫешенең бер доминанты булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

— Спортсылар кәрәк, әммә спорт, физик культура менән шөғөлләнеү мөһимерәк. Мин беҙҙең барыбыҙға ла яҡшы һаулыҡ, өлкән йәштә булғанда ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә алырлыҡ булыуыбыҙҙы теләгем килә. Һеҙҙе тағы ла бер тапҡыр бөгөнгө байрам  менән ҡотлайһым һәм «Физкульт-Ура!» тип әйтәһем килә, — тип тамамланы үҙ сығышын Рөстәм Хәмитов.

Юбилейға бәйле тантаналы кисәлә Рәсәй Олимпия комитетының башҡарма директоры урынбаҫары Андрей Селиванов сығыш яһаны, шулай уҡ Рәсәй Олимпия комитеты һәм РФ Спорт Министрлығы наградалары тапшырылды.

Байрам программаһын ижади һәм бейеү-спорт коллективтарының сығыштары биҙәне, Башҡортостан спорты ветерандары һәм герой-спортсылар иҫтәлекле миҙалдар һәм бүләктәр алды.