11 декабрь, Йәкшәмбе

22 ноябрь 2013 йыл, 10:12

Сәлиә Мырҙабаева: “Етем балаларҙың юғары белем алыуға льготалы хоҡуғын тергеҙергә кәрәк”

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Етем балаларҙың юғары белем алыу өсөн айырым шарттарға хоҡуҡтарын тергеҙергә кәрәк, — тип иҫәпләй Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева. — Бер төркөм депутаттар «Белем тураһында» һәм «Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль яҡлау буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында» закондарға тейешле өҫтәмәләр индереү тураһында закон проектын әҙерләне лә инде. Уны яҡын араларҙа Дәүләт Думаһында ҡарарға планлаштырыла.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 1 сентябрҙән «Юғары һәм юғары уҡыу йортонан һуң профессиональ белем алыу тураһында» федераль закон көсөн юғалтты, ул етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы, шулай уҡ ошо категориянан 23 йәшкә тиклемге кешеләрҙе, инеү имтихандарын уңышлы тапшырған осраҡта, бюджет аҡсаһы иҫәбенә уҡытыу өсөн конкурстан тыш юғары уҡыу йортона индереү мөмкинлеге бирә ине.   «Рәсәй Федерацияһында белем тураһында»ғы яңы законда бындай норма ҡаралмаған.

«Берҙәм Рәсәй» партияһынан депутаттар быны дөрөҫ түгел тип иҫәпләй. Фракция мәсьәләне бындай уҡыусыларҙы вузда уҡытыуға әҙерләү проблемаһы менән бергә хәл итергә тәҡдим итә. Парламентарий әйтеүе буйынса, ғәмәлдәге закондар етем балаларҙың дәүләт юғары уҡыу йорттарының әҙерлек бүлектәрендә  бюджет аҡсаһы иҫәбенә уҡытыу өсөн ҡабул итеүгә хоҡуғын ҡарай.  

Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советтың сентябрҙә үткән ултырышында РФ Президенты Владимир Путин юғары уҡыу йорттарына ҡабул иткәндә етем балаларға өҫтәмә гарантиялар биреү кәрәклеген яҡланы һәм был мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.