3 декабрь, Шәмбе

22 ноябрь 2013 йыл, 9:19

Автотранспортта тауарҙар ташыу ябайлаштырыла

автор: Сергей Захаров

Рәсәйҙә таможня транзитын үткәндә автомобиль транспорты менән тауарҙар ташыуҙы ябайлаштырыу буйынса эксперимент башланды.

Башҡортостан таможняһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, өс айлыҡ эксперимент бөтә һигеҙ федераль округта үткәрелә, уның маҡсаты – таможня операциялары үткәреү ваҡытын кәметеү, халыҡ-ара автомобилдәр үткәреү пункттарының туҡтауһыҙ эшләүен тәьмин итеү һәм уларҙың үткәреү мөмкинлектәрен  арттырыу.

Экспериментта Рәсәйҙең баҙарҙа тотороҡло эшләгән, йәғни йылына кәмендә иллеләп халыҡ-ара автомобиль ташыуҙары үткәргән, үҙ автотранспорт саралары паркы – кәмендә биш машина – булған, шулай уҡ кәмендә бер йыл  таможня процедураһына ярашлы тауар ташыу тәжрибәһенә эйә булған транспорт компаниялары ҡатнаша ала.  Төп талап — бөтә ҡатнашыусылар закон алдында саф булырға тейеш — уларҙа таможня ҡағиҙәләрен боҙоу факттары, шулай уҡ таможня пошлиналары, һалым һәм пенялар түләү буйынса бурыстары булмаҫҡа тейеш.

Экспериментта ҡатнашыу өсөн йөк ташыусы яҙма ғариза менән төбәк таможня идаралығына мөрәжәғәт итергә, унда һалым түләүсе булараҡ теркәлергә тейеш. Ғаризаны ҡарау ваҡыты – биш эш көнө.  

Күҙаллауҙар буйынса, экспериментта Рәсәйҙең 500-ҙән ашыу транспорт компанияһы ҡатнаша ала, тип хәбәр ителә Федераль таможня хеҙмәтенең  рәсми сайтында.