11 декабрь, Йәкшәмбе

21 ноябрь 2013 йыл, 17:49

Башҡорт дәүләт университетында уҡыусылар өсөн Фән көндәре үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

25 ноябрҙән 6 декабргә тиклем Башҡорт дәүләт университетында өлкән синыф уҡыусылары өсөн Фән көндәре үтәсәк.

Уҡыусылар университеттың алдынғы уҡытыусыларының, профессорҙарының һәм фән кандидаттарының  иң көнүҙәк ғилми проблемалар тураһында лекцияларын тыңларға; республика, ил һәм бөтә донъя ғалимдарының нимә менән шөғөлләнеүе хаҡында белергә; фәнни белемдең төрлө тармаҡтары арҡаһында беҙҙең көндәрҙә ниндәй теоретик һәм практик мәсьәләләр хәл ителеүе тураһында мәғлүмәт алырға; студент, магистрант, һуңынан, бәлки, аспирант та булғас, үҙҙәрен ниндәй тәбиғи фәндәр, гуманитар, инженер һәм башҡа өлкәләрҙә таба аласаҡтарын билдәләргә мөмкин буласаҡ.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә аңлатыуҙарынса, беренсе аҙнала – 25 ноябрҙән 29-на тиклем – үҙҙәренең аудиторияларына Башҡорт дәүләт университетының 11 факультеты һәм институты саҡыра, улар: хоҡуҡ, иҡтисад, финанс һәм бизнес институттары, химия, биология, филология, тарих, математика һәм мәғлүмәт технологиялары, философия һәм социология, башҡорт филологияһы һәм журналистика, роман-герман филологияһы, психология факультеттары. Шулай уҡ 26 ноябрҙә 15 сәғәттә Өфөнөң тарихи реконструкциялау клубтары менән осрашыу буласаҡ.

Икенсе аҙнала – 2 декабрҙән 6-һына тиклем – өлкән синыф уҡыусыларының ғалимдар менән осрашыуы тағы ла университеттың дүрт подразделениеһында: физика-техник институтында, эшҡыуарлыҡ идаралығы һәм хәүефһеҙлеге институтында, география һәм инженер факультеттарында уҙасаҡ.

Бынан тыш, үҫмерҙәр биология, геология, этнография музейҙарына, һирәк китаптар музейына бара аласаҡ, ғилми үҙәктәрҙә һәм лабораторияларҙа була аласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт Башҡорт дәүләт университеты сайтында.