5 декабрь, Дүшәмбе

21 ноябрь 2013 йыл, 17:02

Ҙур һәм урта предприятиелар килеме ғинуар-сентябрҙә 44,2 процентҡа артты

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостандың ҙур һәм урта предприятиелары һәм ойошмалары в ғинуар-сентябрҙә бөтәһе 106,1 миллиард һум күләмендә килем алды, был 2012 йылдың ошо уҡ күрһәткесенән 44,2 процентҡа күберәк, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Һайлап алыуға банкылар, страховка һәм бюджет ойошмалары индерелмәне .

Зыянлы эшләүсе ҙур һәм урта ойошмалар өлөшө 18,8 процент тәшкил итте, 2012 йылдың ғинуар-сентябрендә 19,2 процент ине. Уларҙың зыян суммаһы 20,6 миллиард һумдан 11,4 миллиард һумға тиклем кәмене.

Йыл башынан алып кредитор бурысы 2,5 процентҡа кәмене һәм октябрь башына 11,9 миллиард һум тәшкил итте — был бөтә кредитор бурысының  2,9 проценты. Дебитор бурысы 20,8 миллиард һум — йыл башындағынан 27,3 процентҡа күберәк. Дөйөм кредитор бурысы дебитор бурысынан 8,3 процентҡа артығыраҡ.