3 декабрь, Шәмбе

21 ноябрь 2013 йыл, 16:17

Иглин районының йәш гвардиясылары социаль приютта булды

«Башинформ»

Бөтә донъя балалар көнө айҡанлы һәм «Мин —ирекле кеше» федераль проекты сиктәрендә Иглин районының йәш гвардиясылары Охлебинин социаль приютында тәрбиәләнеүселәр эргәһенә барҙы, тип хәбәр итә ER.RU.

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» активистары балалар менән төрлө уйындар, конкурстар ойошторҙо. Осрашыу сиктәрендә йәш гвардиясылар балалар менән Рәсәй флагы тураһында әңгәмә ҡорҙолар һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагын символлаштырған таҫмалар бүләк иттеләр. Осрашыу аҙағында ҡунаҡтар балаларға тәмле бүләктәр тапшырҙы.