4 декабрь, Йәкшәмбе

21 ноябрь 2013 йыл, 16:12

Рафаил Зинуровтың депутат мандатын Александр Шкляр алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатының вакантлы мандатын республика кандидаттар исемлегендә теркәлгән, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы тарафынан тәҡдим ителгән кандидат Александр Шклярға тапшырҙылар.

Республика парламенты мандаты Рафаил Зинуровты Федерация Советы ағзаһы итеп һайлауға бәйле бушаны. Партия исемлегендәге киләһе ике кандидат мандаттан баш тартты. Һөҙөмтәлә депутат таныҡлығы Александр Шклярға тапшырылды, тип аңлаттылар БР Үҙәк һайлау комиссияһында. Таныҡлыҡты республика Үҙәк һайлау комиссияһының 54-се ултырышында тапшырҙылар.

Комиссия шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәртеүҙәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында»ғы БР законы проектын яҡлап, һайлаусыларҙың ҡултамғалары битен ҡабул итеү һәм тикшереү буйынса эшсе төркөм составын раҫланы.

Ултырышта Башҡортостандың территориаль һайлау комиссиялары араһында 2013 йылда һайлауҙар һәм референдумдар ойоштороусыларҙы уҡытыуҙың иң яҡшы программаһы конкурсына йомғаҡ яһалды.