Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфө автоинспекторҙары яңы тыуған сабыйҙарға балалар автокреслолары бүләк итте

Хәл-ваҡиғалар

Өфөлә баш ҡала автоинспекцияһы 20 һәм 25 ноябрҙә билдәләнгән Бала көнө һәм Әсә көнөнә арнап бүләктәр – балалар креслоларын тапшырыу акцияһын үткәрҙе. Бер юлы юл полицейскийҙары йәш ата-әсәләргә сабыйҙарҙы ни өсөн билдәләнгән торошта йөрөтөргә кәрәклеген аңлатты. «Сәғәтенә ни бары 50 километр тиҙлектә генә барған хәлдә лә бәрелеш йәки ҡапыл туҡтау ваҡытында пассажирҙың ауырлығы 30 тапҡырға арта. 10 килограмлыҡ бала 300 килограмм булып китә. Бындай ауырлыҡты ҡулда күтәреп тотоп булмай, һәм бала креслоның арҡаһына йәки алғы тәҙрәгә бәрелеү һөҙөмтәһендә ҡаты йәрәхәт аласаҡ. Шул сәбәпле лә баланы үҙең менән бергә эләктерергә ярамай – бәрелеш ваҡытында һеҙ уны үҙегеҙҙең ауырлығығыҙ менән имгәтәсәкһегеҙ», — тип аңлатты Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы пропаганда бүлеге хеҙмәткәрҙәре.

Акция Өфөнөң 8-се бала табыу йортонда уҙҙы. Бер ай элек быға оҡшаш сараны автоинспекторҙар 6-сы бала табыу йортонда үткәрҙеләр, һәм ҡаланың бөтә бала табыу йорттарын солғап алырға ниәтләнәләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть