9 декабрь, Йома

21 ноябрь 2013 йыл, 12:00

Кремлгә шыршы байрамына төбәктән 115 уҡыусы барасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Быйыл Кремлгә шыршы байрамына Башҡортостандан 115 уҡыусы барасаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан. Сағыу яңы йыл тамашаһы 26 декабргә билдәләнгән.

Һәр ваҡыттағыса, Кремлдәге шыршы байрамында уҡыуҙа, спортта, ижадта ҙур ҡаҙаныш яулаған уҡыусылар, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренән балалар ҡатнаша. Уларҙың йәше – 8-14 йәштәр.

— 24 декабрҙә бөтә республиканан уҡыусылар Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында йыйыласаҡ, ә 25 декабрҙә махсус рейс менән Мәскәүгә осасаҡ, — тип хәбәр итте БР Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Мәрүә Ғилметдинова. — Илдең бөтә делегациялары, ете мең самаһы кеше, «Измайлово» ҡунаҡхана комплексына урынлаштырыласаҡ. Кисен балалар комплекстың концерт залына «Фунтик» эстрада-цирк тамашаһына барасаҡ.

Төп тантана 26 декабрҙә 12 сәғәттә Дәүләт Кремль Һарайында үтәсәк. Яңы йыл спектакле башланыр алдынан фойела Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡатнашлығында тамаша буласаҡ, дизайн-студиялар, уйын майҙансыҡтары, техник һәм һынлы сәнғәт оҫтаханалары эшләйәсәк. Үҙҙәренең һәләттәрен республиканың бәләкәй «йондоҙсоҡтары» ла күрһәтәсәк.

Кисен ҡунаҡхана комплексының концерт залында балалар өсөн дискотека ойоштороласаҡ.

Өфөгә балалар шулай уҡ махсус аваиарейс менән 27 декабрҙә ҡайтасаҡ.